Милли батырыбыҙҙың 269 йыллығына арналған «Салауат йыйыны» сиктәрендә һабантуй байрамы батырҙың тыуған ерендә киң ҡолас менән ойошторолдо.
Салауат Юлаев яҡташтары тарихи үткәндәрҙе онотмай. Милли батыр образын сәхнәләрҙә күрһәтә. Лидер ,оҫта ойоштороусы, һәләтле поководецтың тыуған ерҙәре өсөн көрәше хәтирәһен быуындан-быуынға күсерә. Башҡортостан сәнғәт әһелдәре бер майҙанда халыҡҡа милли батырыбыҙға арналған йыр-бейеү менән байытылған сағыу тамаша тәҡдим итте.
Салауат Юлаев вариҫтары дөйөм йортобоҙ - Рәсәй үҫеше өсөн тос өлөш индерә. Алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һабантуй байрамы байрағын күтәреү бурысы йөкмәтелде. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары оҙатыуында байрамдың рәсми өлөшө башланды. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡулынан тиҫтәләгән алдынғылар маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар алды.
Һәләтле йәштәр «Беҙ - Салауат тоҡомо» республика конкурсында ҡатнашты. Сәхнәгә күтәрелеп йыр-моңға маһирлығын күрһәтте.
Һабантуй сәхнәһендә «Ялҡын» вокал конкурсында 18 - 45 йәшкә тиклем олоһо-кесеһе майҙан тотто. Һынлы һәм биҙәү сәнғәте менән шөғөлләнеүселәр Салауат батырға арналған «Оран» республика конкурсында иң яҡшы сувенир продукцияһын тәҡдим итте.
Хеҙмәт алдынғыларын яҡташтары Башҡортостан республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов тәбрикләне. Илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа берҙәмлек һәм рух ныҡлығы теләне.
Йәш быуынды тәрбиәләүсе уҡытыусыларға спорт еңеүҙәренә йәлеп итеүсе тренерҙарға, алдынғы хакимиәт белгестәренә тырыш хеҙмәттәре өсөн маҡтаулы исемдәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды.
Республика ҡала һәм райондарынан килеүсе спортсылар милли батырыбыҙға арналған милли көрәш ярышында бил һанашты.
Салауат районы ирекмәндәре лә байрам сараларында әүҙем ҡатнаша, һабантуйға йыйылған халыҡҡа дөрөҫ итеп маскировка селтәрен йыйырға өйрәтә.
Ҙур сәхнәлә концерт ҡыҙҙы. Байрамда бик күп республиканың алдынғы артистары сығыш яһаны. Араларында Резеда Әминева, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Азамат Ғафаров һәм башҡалар булды. Райондың үҙешмәкәр артистары ла бик матур концерт күрһәтте, теләге булғандар ярыша, үҙ ижади һәләттәрен күрһәтә алды.
Сара йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ине. Кешеләрҙең балалары, ғаиләләре менән килеүе ҡыуандырҙы. Ә был көндө байрам барған урында алкоголь һатылмағас, күңелде ҡырып йөрөгән иҫеректәр булманы. Кешеләр матур саранан йәм тапты, балаларын уйнатты, таныштарын осратып аралашты, шешлек ҡурып ҡымыҙ менән байрам итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам бик матур тәьҫорттар ҡалдырҙы.