Башҡорт дәүләт академия драма театрында Заһир Суфиян улы Вәлитов менән хушлаштылар

Башҡорт дәүләт академия драма театрында  Заһир Суфиян улы Вәлитов менән хушлаштылар

19 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында  актер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Суфиян улы Вәлитов менән хушлаштылар. Һоҡланғыс кеше, фекер эйәһе, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ Заһир Вәлитовтың донъя ҡуйыуы —ҙур юғалтыу. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының, күп һанлы тамашасыларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Абруйлы сәнғәт оҫтаһының ижади мираҫы – театр йылъяҙмаһында-уйнаған ролдәре, радио фондында–тауышы, телевидениела –төҫө-һыны ҡалды. Уның исеме халыҡ күңелендә йәшәр, яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Сәхнә оҫтаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Суфиян улы Вәлитов 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 1960 — 1964 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының актёр бүлегендә уҡый. 1964—1970 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләй.

1970 йылда Заһир Вәлитов Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла (1986 йылда -ситтән тороп Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай).

Ижад юлының башында уҡ З.Вәлитовты төп ролдәргә тәғәйенләйҙәр-Баязит Бикбайҙың «Аҡҡош йыры» драмаһында –Сахай, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында – Аҡъегет, Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» мелодрамаһында – Ильяс һәм башҡа образдарҙы башҡара ул ижад юлының тәүге йылдарында.

Ижад юлының башында уҡ режиссерҙар З.Вәлитовты төп ролдәрҙә күрә һәм артист уларҙың ышанысын аҡлай — ул милли драматургиянан алып донъя классикаһы хазиналарын тәшкил иткән әҫәрҙәрҙәге образдарҙы ла юғары кимәлдә башҡара. Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында Дәрүиш, Ғ.Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар»ындағы Вәли, А.Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» һәм «Һуңғы уҙаман» дилогияһында — Сәғәҙиев, Э.де Филиппоның «Илай белмәгән ҡатын»ында Доменико, Н.Асанбаевтың «Һыу юлы»нда Йософ, Ә.Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендә Хасбулат, Н.Нәжмиҙең «Ҡыңғыраулы дуға»һында Райман, Т.Таһировтың «Ғәлиә»һендә Булат, А.Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү»ендә Кулыгин, А.Островскийҙың «Аҡ ҡанатлы хыялым»ында Нароков, Р.Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары»нда Әптрәй, А.Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ендә Дудукин кеүек күркәм образдар тыуҙырҙы. Артист бөтәһе туҡšандан ашыу роль менән башҡорт театр сәнғәтен байытты.

М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (реж. -Р.Исрафилов) спектаклендәге Шағир роле өсөн З.Вәлитов республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Актерҙың һуңғы йылдарҙа “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”ҙә (А.Островский) — Дудукин, “Нәркәс”тә (И.Йомағолов) – Илсеғол, “Ҡоҙаса”ла (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) – Мулла, “Күгәрсенкәйҙәрем”дә (Ф.Бүләков) – Абдулла, “Кәкүк ояһы”нда (К.Кизи) – Сканлон, “Мулла”ла (Т.Миңнуллин) –Сәләхетдин, “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ҙа (А.Островский) – Кнуров, “Бер мәл санаторийҙа” (Н.Ғәйетбаев) – Гәрәй, “Әбейүшкә@ру”ла (Р.Кинйәбаев) – Миһран ҡарт һ.б. ролдәрҙә уйнаны.

Актер булараҡ Заһир Вәлитов 90-дан ашыу роль уйнаған, шулай уҡ Р.Байбулатовтың “Йәрем минең – Алиһәм” пьесаһын сәхнәләштергән, балалар өсөн пьесалар яҙған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb