27 март көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Әҙәби ҡунаҡхана уҙғарылды. Был сарала Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогияһы университеты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Әҙәби ҡунаҡханаһы киләсәк быуын вәкилдәренә әҙәби мөхит менән танышыуға яҡшы мөмкинлектәр тыуҙыра. Бындай сарала уларға әҙәбиәтте тыуҙырыусы яҙыусылар, шағирҙар, артистар, билдәле журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән танышып көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышып, бәхәс ҡороу хоҡуғы ла бирелә.
Башҡортостан Республикаһының Әҙәби ҡунаҡханаһында "Урал батыр эпосындағы фәлсәфәүи темаларҙың бөгөнгө шиғриәттәге сағылышы" тигән темаға әңгәмә ҡоролдо.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһына шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған Мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева (Таңһылыу Ҡарамыш); шағирә, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы һәм Журналистары берлеге ағзаһы Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) саҡырылды.
Сара башланыр алдынан студенттарға "Урал батыр" эпосына бағышланған "Аманат" студияһы эшләгән мултипликацион фильм күрһәтелде.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Милли музейы генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин тәбрикләне. Ул "Урал батыр" эпосы буйынса студенттарға үҙенең фекерҙәрен еткерҙе, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Әҙәби ҡунаҡхананың темаһын анализлауға күсер алдынан Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филалогияһы һәм журналистикаһы факультеты студенткаһы Диана Вәкилова "Урал батыр" эпосынан өҙөк ятланы.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышева стунттарҙы "Урал батыр" эпосын тыуҙырған халыҡтың фекер ҡеүәһенең киңлеге, тормошто һәм тәбиғәтте аңлауы, эпосты тикшереүсе әҙиптәрҙең фекерҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ шағирә эпостың ҡайһы бер сюжеттарын уҡып, ундағы ятҡан фәлсәфәүи фекерҙәр буйынса студенттарға аңлатмалар бирҙе, үҙенең ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Шағирә, драматург, журналист Лилиә Ҡәйепова студенттарға "Урал батыр" эпосындағы философик хәл-ваҡиғаларға анализ биреп үтте, эпик әҫәргә ауаздаш булған "Тере шишмә" шиғырын уҡыны. Артабан шағирә үҙенең ижад юлының башланыуы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, йәш ижадсыларға кәңәштәр биреп үтте. Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһында ҡатнашыусы студенттар саҡырылған ҡунаҡтарҙы һорауҙар менән күмде. Әҙәби ҡунаҡханаға саҡырылған ҡунаҡтар БР Милли музейы фондына үҙҙәренең китаптарын тапшырҙылар.
З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары башҡорт халҡының уйын ҡоралдарында (ҡыл ҡумыҙ, думбыра) "Ҡуңыр Буға" эпосынан музыкаль композиция башҡарҙы.
Әҙәби ҡунаҡхананан һуң ҡунаҡтар менән бергә фотоға төшөү, БР Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау ойошторолдо.