Кисә, йәғни 29 март көнө, Өфө ҡалаһының “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале асылды. Сарала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 150-нән ашыу оҫта һәм халыҡ ижады үҙәктәре ҡатнашты.
Күргәҙмәне ойоштороусылар – БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт Министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа һәм һатып алыусылар хоҡуғын яҡлаусы дәүләт комитеты.
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, иң тәүге күргәҙмә 2014 йылда уҙғарылғайны, республиканың 18 районынан ҡул оҫталары ҡатнашҡайны. Ә 2015 йылда райондан килеүсе һөнәр эйәләренең һаны артҡан, фестивалдә 30 район йәлеп ителгән. Былтырғы күргәҙмәне барлығы 15000 кеше байҡаған. Быйыл фестиваль киңлектәре тағы ла артҡан, ҡатнашырға теләк бедлереүсе райондар һаны 43-кә еткән.
Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн 29-31 март дауамында барасаҡ. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Фестиваль программаһы бик бай һәм сағыу. Кисә Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин, Рәсәй халыҡ кәсептәре ассоциацияһы рәйесе Геннадий Дрожжин, “Ағиҙел” башҡорт художестволы кәсептәр дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева, Ҡоролтай дәүләт йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Фестиваль халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, сувенир һәм бүләктәр эшләүҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Сара халыҡтарҙың этник мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, халыҡ кәсептәре тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыу маҡсаттарын да үҙ эсенә ала. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары, кәсепселәр, сувенир етештереүселәр, рәссамдар, галеристар, профилле уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнаша. Күргәҙмәгә сит илдең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусы вәкилдәр бар.
Йыл һайын күргәҙмәлә республикабыҙҙың бик күп райондарынан һәм ҡалаларынан оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр ҡул эштәрен тәҡдим итә.
Күргәҙмә художестволы сүкеү, сәйлән үреү, селтәр бәйләү, кейеҙ баҫыу, халыҡ костюмы, мозаика, витраждар, быяланан, ағастан, металдан, таштан, тиренән яһалған художестволы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаға әҙерлек сараһы ла булып тора.
“Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале Рәсәй һәм Башҡортостандың мәҙәниәт тормошонда күләмле һәм билдәле сараларҙың береһе.
3 көн дауамында барған ысын халыҡ сәнғәте байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестиваленә рәхим итегеҙ.
Автор: Гүзәл Багаева
Фото: Гүзәл Шәйбәкова