Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Тиҙҙән республикабыҙ йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирҙың «Беҙҙең Атнабай» исемле өр-яңы йыйынтығы донъя күрҙе. Йыйынтыҡты төҙөүсе автор - Рәиф Әмиров. Өс телдә (башҡорт, татар һәм рус телдәрендә) баҫылған яңы китап ике ҙур бүлектән тора.
Тәүге бүлек - «Пәйғәмбәрҙәр булмай, тиҙәр, Шиғриәттә һин бит пәйғәмбәр» тип атала һәм унда авторҙың төрлө йылдар арауығында яҙған шиғырҙары урын алған. Шағирҙың ниндәй генә шиғырын уҡыма, ниндәй генә шиғырын ҡулыңа алып күҙ йүгертмә, уларҙың һәр береһе лә оло һөйөү, ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған, тыуған ергә, тыуған илгә, тыуған тупраҡҡа, донъялағы иң ғәзиз кеше – әсәгә булған яратыуҙы ул ниндәйҙер бер матурлыҡ аша күрһәтә белә, был донъяға тыуыуҙы ла ул «матурлыҡ» төшөнсәһе менән сағыштыра.

Йыйынтыҡтың икенсе бүлегендә («Мәҡәләләр. Иҫтәлектәр») ҡәләмдәштәренең, замандаштарының, фекерҙәштәренең иҫтәлектәре, мәҡәләләре килтерелгән. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев Әнғәм Атнабаевты һағынып иҫкә алып, уның бик үткер һүҙ оҫтаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бына нимә ти ул «Милли ғорурлыҡ» тип аталған мәҡәләһендә: Әнғәм Атнабаев иҫ китмәле һүҫ оҫтаһы ине. Халыҡ бит һүҙҙе йөҙ мең йылдар буйына берәмләп, ҡәҙерләп тыуҙырған. Һүҙ – йәшәйештең төп ҡоралы. Уны дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк. Һүҙгә моң да, көй ҙә, шатлыҡ та, ҡайғы-хәсрәт тә, нәфрәт-асыу ҙа, кеше йөрәгендә генә була торған мөхәббәт тойғолары ла, хистәр матурлығы ла һалынған....
Әнғәм Атнабаев бына ошо һүҙҙең тәмен, аһәңен, ҡөҙрәтен, бөйөклөгөн, асылын, серен белә ине. Хатта мин (башҡа яҙыусылар ғәфү итһен) «Әнғәм кеүек һүҙ оҫтаһы булдымы икән әле беҙҙең әҙәбиәттә?» тигән һорау ҙа биреп ҡуям ҡайһы берҙә үҙемә».
Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (1959 йылдың 11 ғинуар һаны) баҫылып сыҡҡан мәҡәләһе индерелгән. Назар Нәжми был мәҡәләһендә Әнғәм Атнабаевтың «Шағирҙың һөйләшеүе» китабына ингән шиғырҙарына тулайым анализ биреп, фекерен түбәндәге һүҙҙәр менән тамамлай: «Әнғәм Атнабаевтың китабын уҡып сыҡҡас, уның һуңғы битен, поэзиябыҙҙа тағы бер үҙенсәлекле талантлы шағирыбыҙ бар, тип ҡәнәғәтләнеү менән ябаһың. Был шағир өсөн дә, уҡыусы өсөн дә ҡыуаныс».
Китаптың икенсе бүлегенә Әнғәм Атнабаевҡа бағышланған бик күп шиғырҙар, арнауҙар ҙа урын алған. Татарстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин, Илдар Юзеев һәм шулай уҡ тағы ла бик күп шағирҙар үҙ шиғырҙарында әҙипте һағынып иҫкә ала, шағир менән бергә булған минуттарҙы хәтерләй.
Әнғәм Атнабаевтың ижадын һәр яҡлап өйрәнеүсе профессор, йыйынтыҡ төҙөүсе-автор Рәиф Әмировтың рус телендә яҙылған байтаҡ мәҡәләләре лә тупланған баҫмаға.
Китапта Әнғәм Атнабаевтың Н. Милованова тарафынан рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары ла бирелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb