Белорет районының Егәҙе ауылы 130 йыллығын билдәләне

Белорет районының  Егәҙе ауылы 130 йыллығын билдәләне

Белорет районының  Егәҙе ауылы 130 йыллығын билдәләне. Егәҙе-һәр саҡ райондың иң алдынғы, иң әүҙем ауылдарының береһе булып ҡала. Иң мөһиме - башҡорттарҙың, урыҫтарҙың һәм башҡа милләт кешеләренең берҙәм һәм татыу йәшәүе.

Тарихҡа килгәндә, Егәҙе йылғаһы янында 1888 йылда кирбес етештереү заводы төҙөүҙән башланып китә. Барлыҡҡа килгән ауылды Егәҙе заводы тип йөрөтә башлайҙар. Завод эшселәре өсөн йорттар, контора төҙөлә. 1893 йылда тирә-яҡтан халыҡ яңы төҙөлгән заводҡа ағыла башлай. 250 ихатала 1 100 кеше йәшәй. 1895 йылда сөгөн ҡойоу заводы ебәрелгәс, халыҡ тағы ла ишәйә. Эшкә Ботай, Ҡарағай, Сырышҡы, Көйөк, Хоҙайбирҙе, Ҡуртаҙа, Өскәзә, Еҙем, Комарово, Кукашка ауылдарынан башҡорттар йәлеп ителә. 1920 йылда беренсе мәктәп асыла. Егәҙе дауаханаһы завод менән бер үк ваҡытта төҙөлә. 1949 йылда китапхана асыла.

Сара  Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелискҡа сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды.

Егәҙеләр ҙә, төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар ҙа ярыштарҙа һәм уйындарҙа бик теләп ҡатнашты. Егәҙе мәҙәниәт йорто директоры Илгиз Сәғәҙәтов, художество етәксеһе Фәүзиә Ғәлиуллина, китапханасы Галина Аверьянова, “Зөләйлә”, “Сударушки” фольклор ансамблдәре, мәктәп уҡыусыларының “Йондоҙ” бейеү төркөмө байрам биҙәге булып торҙо.


Ойоштороусылар оло байрамды уҙғарыуҙа ярҙам иткән Егәҙе, Ботай, Өмөтбай, Туҡан халҡына, алыҫ араны яҡын итеп ҡайтҡан ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb