Бөгөн арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине

Бөгөн арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине

Бөгөн халҡыбыҙҙың олуғ улы, башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын яулаған филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине.

Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 — 21 ноябрь 2016) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында  Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, тыуған ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Университетта уҡыу йылдарында уҡ ғилми эшкә ылыҡҡан егет тиҙҙән аспирантураға саҡырыу ала. 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.

2016 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалим 18 томдан торған «Башҡорт халыҡ ижады» серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә турана-тура ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең урыҫ телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын әҙерләүсе. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.

Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ уҡыу әсбабы һәм уҡыу-иетодик ҡулланма авторы.

Халыҡ ижадын, уны ғилми яҡтан өйрәнеүҙә Әхмәт Сөләймәновтың башҡарған эше сикһеҙ. Һәр саҡ эҙләнеүсән, баҫалҡы ғалим, Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары — кешелекле уҡытыусы булараҡ хәтеребеҙҙә уйылып ҡаласаҡ. Ғалимыбыҙ Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр авторы ла Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы ла булды. Әхмәт Сөләймәновты белгән һәр кеше иң тәүҙә уны итәғәтлелеге һәм ихласлығы өсөн хөрмәт, ихтирам итә ине...

Яратҡан уҡытыусыбыҙ, изге күңелле остазыбыҙ, халҡыбыҙҙың аҫыл улы, алтынға бәрәбәр замандашыбыҙ, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Кешелекле, изге кунелле, рәхмәтле зат булараҡ күптәребеҙ күңеленә һеңеп ҡалған ул.

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb