Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ артисы Таңһылыу Рәшитованың тыуыуына 115 йыл

Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ артисы Таңһылыу Рәшитованың тыуыуына 115 йыл

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңһылыу Рәшитованың ижад юлы башҡорт театрының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ишембай районына ҡараған Көҙән ауылында тыуып үҫкән актриса үҙенең ҡырҡ йыллыҡ ижад юлына һуҡмаҡты үҙешмәкәрлек эше менән яра.

Әйткәндәй, Рәшитованың үҙенең ысын исеме лә Таңһылыу түгел, ә Сәғиҙә. Таңһылыу исемен уға тамашасы бирә: «Ырымбурҙа Мөхәмәтша Буранғолов әҫәре буйынса «Ашҡаҙар» музыкаль драмаһын элекке «Нур» труппаһы артисы Исхаҡ Әлмәшев студенттар көсө менән ҡала театрында сәхнәләштерергә ҡарар итә. Төп героиня Таңһылыу ролендә — Сәғиҙә Рәшитова. Спектакль ҡуйылған кистә үк барыһы ла Сәғиҙәне Таңһылыу тип кенә йөрөтә башлай, ә иртәгеһенә һәр уҡытыусы класс журналындағы Сәғиҙә исемен  Таңһылыуға төҙәтеп ҡуя. Шулай итеп, Таңһылыу-Сәғиҙә театр сәнғәтенә тәүге аҙымдарын яһай, ә уның сәхнәләге тәүге уңышы хаҡында хәбәр Өфөгә лә етә һәм Башҡортостан халыҡ комиссариаты Таңһылыу Рәшитованы Өфөгә саҡырта.

Т.Рәшитованың профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫыуы Өфөлә Күсмә театр ойоштороу йылдарына тура килә. Был осор хаҡында артист, педагог, режиссер һәм  театр белгесе М.Мәһәҙиев «Театр тураһында» исемле мәҡәләләр йыйынтығында былай тип яҙа:

«1924 йылда башҡорт театры үҙенең тамашасыһын арттырыу, театр арҡыры күберәк һандағы хеҙмәтсәндәрҙе ағартыу теләге менән күсмә театр ойошторау Ауылдарға күсмә театр сығарыу практикаһы бөтә Союз күләмендә беренсе эш булараҡ, беҙҙең Башҡортостанда башланды. Унарлаған һандағы махсус ылауҙар менән, үҙенең декорация, костюмдары менән, кино һәм оркестрҙары менән, башҡорт театры биш-алты ай йәй ауылдарға күсмә театр сығара. Күсмә театрҙа эшләгән сәхнә көстәре  шулар: Вәлиулла Мортазин, Ғималетдин Минһажев, Әмин Зөбәиров, Ғиниәт Ушанов, Исхаҡ Зәйни, Дилә Дауытова, Бәҙәр Йосопова, Рапатская, Таңһылыу Рәшитова, Ғәлимйән Ҡарамышев, Исҡужин, Хажи Бохарский, Ғиләжетдин Казанский, Әхмәтов (ҡурайсы), Хәбибулла Ибраһимов (композитор). Уҡыусы йәштәрҙән күсмә театрҙың һуңғы өс-дүрт йылында ҡатнашып эшләүселәр: Булат Имашев, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Сәмиғулла Кәлимуллин. Был һуңғылары үҙҙәренең күсмә театрҙағы аҙымдарын хорҙа йырлап, бер нисә ваҡ ролдәргә сығып, ҙур ролдәрҙәге артист-артисткалар ауырығанда, уларҙы алыштырып уйнауҙан башлайҙар».

Театрҙа эш башлаған йылда уҡ Таңһылыу Рәшитова махсус белем алыу теләге менән яна башлай һәм Өфө театр техникумында уҡырға инә.

Йылдар үтеү менән актрисаның тәжрибәһе лә арта, оҫталығы ла камиллаша бара. Сәхнәгә сыҡҡан һәр бер роле Таңһылыу Рәшитоваға яңы уңыштар алып килә: Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» драмаһында Таңсулпан, «Ынйыҡай менән Юлдыҡай»ҙа  (Х.Ғ.Ғәбитов) Ынйыҡай, донъя классигы В.Шекспирҙың «Отелло»һында Дездемона, Тажи Ғиззәттең «Ташҡындар» спектаклендә Зиннәтбаныу, «Салауат Юлаев»тағы Әминә (Б.Бикбай, Ғ.Сәләм) һ.б.

Таңһылыу Рәшитованың ошо осорҙағы ижады хаҡында М.Мәһәҙиев мәғлүмәттәре аныҡлыҡ өҫтәй: «Ғиниәт Ушанов менән бергә уйнап, башҡорт театрының йыр менән уйнай торған героиняһы булып килгән артистка ул Таңһылыу Рәшитова. Театр техникумын уҡып бөтөргән. «Ҡарағол»дағы Таңсулпан һәм «Ревизор»ҙағы Мария Антоновна ролдәрен бик тәбиғи итеп уйнай. Яуыз башҡорт ҡатындарын да уйнай алырлыҡ көслө».

«Таңһылыу Рәшитованың Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 40 йыл буйы ижад иткән образдарҙы һанап киткәндә генә лә ифрат ҙур исемлек булыр ине. Таңһылыу Рәшитова уларҙың бөтәһен дә тәрән кисерҙе, улар менән бергә йәшәне, үҙ героинялары менән бергә йәшәне, улар менән бергә янды, көйҙө, шатланды. Бына шуға күрә лә Таңһылыу Рәшитованың һәр башҡарған роле хәтерҙә һаҡлана» — күп белгестәр шулай тип билдәләй 60-сы йылдарҙа Таңһылыу Рәшитова ижады хаҡында яҙғанда, ә Мәскәүҙә уҙған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы барған кәндәрҙә «Правда» гәзите Таңһылыу Рәшитова тыуҙырған Гөлбадыуан роле (М.Кәрим, «Яңғыҙ ҡайын») хаҡында былай тип яҙа: «Гөлбадыуан ролен актриса Т.Рәшитова бик йылы итеп, халыҡ юморы һәм тәрән оптимизм менән башҡарҙы. Гөлбадыуан — спектаклдәге иң яҡшы һәм иң лирик образдарҙың береһе ул».

Таңһылыу Рәшитова ижад иткән ролдәр араһында Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә.Атнабаев), Елена Кошевая («Геройҙар», А.Фадеев),  Анна Николаевна («Ябырылыу». Л.Леонов), Амалия  («Юлбаҫарҙар», Ф.Шиллер), Мәсрүрә («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Шәүрә («Шәүрәкәй», М.Буранғолов), Сәрүәр («Башмағым», Х.Ибраһимов), Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М.Фәйзи) һ.б. бихисап образдар бар.

Таңһылыу Рәшитованың ижады ысын мәғәнәһендә халыҡсан, һәләте тәбиғәттән була, шуның өсөн дә өлкән быуын тамашасылары уның уйынын әле лә һағынып иҫкә ала. Мәшһүр актрисаны сәхнә мираҫын барлап, әле лә һоҡланабыҙ һәм йәштәргә үрнәк итеп ҡуябыҙ.

Динара Ҡәйүмова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb