Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Почёт ордендары кавалеры Ғайса Батыргәрәй улы ХӨСӘЙЕНОВҡа – 91 йәш.

Ғайса Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың ҠырмыҫҡалыҮтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.

1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. ҠудашР. НиғмәтиД. ЮлтыйМ. КәримМ. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.

 Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.

 Ил ағаһын бөтә ҡәләмдәштәре исеменән тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb