Бөгөн Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына – 125 йыл

Бөгөн Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына – 125 йыл

Дауыт Юлтый 1893 йылдың 6 (18) апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын волосына ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Иванов районы) Юлтый ауылында тыуған. Ғаиләләре ишле – алты ул, бер ҡыҙ бала – булғанлыҡтан, Дауытҡа бик йәшләй эшкә егелеп тамаҡ туйҙырырға тура килә. Атаһынан уҡый-яҙырға өйрәнә, әҙәбиәткә һөйөү ҙә уның аша күсә. Ауылдарында асылған мәҙрәсәлә уҡый, белемен китаптар аша тәрәнәйтә. Иҫтәлектәренән белеүебеҙсә, ул ваҡытта шәкерттәр Мәжит Ғафури, Туҡай, Аҡмулла шиғырҙарын дәфтәрҙәренә күсереп йөрөтәләр, Сәғит Рәмиев шиғырҙарын яттан беләләр. Дауыт уҡыуын артабан Сорокин мәҙрәсәһендә дауам итә. Унан аҙаҡ ҡаҙаҡ далаларында мөғәллим булып йөрөп тәжрибә туплағандан һуң, тыуған ауылына уҡытыусы булып ҡайта. Тап ошо осорҙа ул ижадҡа ылыға. Тәүге шиғырҙарында мәғрифәтселек мотивтары сағыла, кешелектең уртаҡ яҙмышы, бәхете кеүек төшөнсәләргә мөрәжәғәт иткәнендә милли тойғолар, гуманистик асылы ярылып ята. Халыҡтың иҙелеүен, мохтажлыҡта йәшәүен күреп әрней шағир йөрәге. Артабан уның ижады тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһында асыла.

Тәүге шиғри йыйынтығы 1921 йылда Стәрлетамаҡта донъя күрә. Унда газеталарҙа агитация урынына яҙған «Нигә табынайым?», «Атлан, батыр!», «Эй, ирекле наҙлы һеңлем…», «Әйҙә, эшкә» кеүек үҙ заманы өсөн әһәмиәтле шиғырҙар тупланған. Шул ваҡытта китапта нур, ҡыҙыл сәскә кеүек романтик биҙәктәр менән сыбарланаған йәки риториканан торған әҫәрҙәре лә бар. М. Ғафури китапҡа яҙған рецензияһында совет әҙәбиәтенең тыуа башлаған йылдарына хас булған был күренеште тәнҡитләй, романтик образдарҙы тормош менән бәйләй алмауын күрһәтә.

1922 йылда Дауыт Юлтый Стәрлетамаҡтан Өфөгә күскәс, «Йәш юҡһыл» газетаһында шиғырҙарын баҫтыра башлай. Уның ижадында яңы заманды кәүҙәләндереүҙә реалистик тенденцияларҙың көсәйеүе күҙәтелә, әммә романтик рух та юғалмай.

1924 йылда уның «Ҡомартҡыларым» исемле китабы баҫыла.

Дауыт Юлтый – башҡорт драматургияһының тыуыу һәм формалашыу инештәренең береһе. 1920 йылда Туҡсоранда хәрби комиссар һәм кантком секретары булып эшләгән осорҙа ул «Ҡарағол» пьесаһын яҙа. XVIII быуат аҙаҡтарындағы һәм XIX быуат баштарында Башҡортостанда кантонлыҡ осорондағы ижтимағи мөнәсәбәттәр күрһәтелгән был әҫәрҙә халыҡтың иреккә ынтылышы асыҡ сағыла. Дауыт Юлтыйҙың «Тирмәндә», «Һин кем?», «Табылған Марат», «Йәнтүрә», «Аҡшан батыр», «Урланған Көнһылыу», «Маҡтымһылыу» пьесаларын һанап китеү ҙә уның ни хәтлем емешле эшләүен күрһәтә. Ғөмүмән, башҡорт совет драматургияһының реалистик йүнәлеш алыуы Д. Юлтыйҙың теоретик мәҡәләләре, ижады менән тығыҙ бәйләнгән.

Дауыт Юлтый тиһәк, телгә уның «Ҡан» романы килә. Беренсе донъя һуғышының империалистик асылын, уның кешелеккә килтергән фажиғәләрен күрһәтеү үҙәккә ҡуйылған был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән.

Әҙиптең ғүмере 1937 йылда аяныслы өҙөлә: ул нахаҡтан ғәйепләнеп, атып үлтерелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb