Бөгөн шағир һәм яҙыусы сәйәси золом ҡорбаны Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына – 125 йыл

Бөгөн шағир һәм яҙыусы сәйәси золом ҡорбаны Төхвәт Йәнәбиҙең  тыуыуына – 125 йыл

Бөгөн башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы, граждандар һуғышында ҡатнашыусы, I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты, сәйәси золом ҡорбаны Төхвәт Йәнәбиҙең  тыуыуына – 125 йыл.
Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин 1894 йылдың 14 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Миәкә районы) Йәнәби-Урсай ауылында тыуған. Башта ауыл мәҙрәсәһендә һабаҡ ала, аҙаҡ өс йыл Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1917 йылда армияға алына, сәйәси курста уҡый. Ҡыпсаҡ-Етеырыу район хәрби комиссариатының агитация-пропаганда бүлеге начальнигы була. Мәскәүҙәге Свердлов исемендәге университетта бер йыл уҡып ҡайтҡас, партияның өлкә комитеты тарафынан Үҫәргән кантонына партия эштәрен ойоштороу өсөн ебәрелә. 1921 йылда Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп һайлана. 1922 йылда Арғаяш кантонының енәйәттәрҙе эҙләү начальнигы итеп билдәләнә, сельпромсовет рәйесе булып эшләй. 1924 йылдың аҙаҡтарында партияның өлкә комитеты уны “Башҡортостан” гәзите секретары итеп күсерә, 1926 йылда гәзиттең яуаплы мөхәррире итеп үрләтелә һәм 1937 йылға тиклем шул эшендә була. 1931—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм курстарында уҡый. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 
Төхфәт Йәнәби ижади эшен партия, совет һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә алып бара. “Эш сыуағы” (1926) шиғырҙар йыйынтығында социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар барышында совет кешеһе характерының формалашыуы һүрәтләнә. “Бормалы юлдар” (1930), “Сиртелгән ҡылдар” (1930), “Еңеүселәр иле” (1935) тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы. “Тәүге танышыу” (1932) исемле юмористик хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Башҡорт журналистикаһын тикшергән “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты” (1919 – 1929), “Партия һәм ауыл ярлылары” кеүек ҡыҙыҡлы хеҙмәттәрен ижад итә. 
Нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1937 йылда ҡулға алына, Өфөлә атыла. 1956 йылда аҡлана. 
Бөгөн тыуған ауылында музейы эшләй, мәктәп алдында бюсы тора.  Төхфәт Йәнәбиҙең иң оҙаҡ башҡарған вазифаһы “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнгән. Тап ошонда ул башҡорт телендә гәзит сығарыу эшен оҫта ойоштороусы булып таныла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb