Бөгөн, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡумыҙ: кисә, бөгөн, иртәгә» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Билдәле ҡумыҙсылар йыйылған ҡорҙа БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов, Пермь ҡалаһынан Радик Ғәрипов һәм Һамар өлкәһенән Руза Харасова ҡатнашты.
Ҡумыҙ-башҡорт халҡының быуындан-быуынға, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Ҡумыҙсылар ҡорон Миңлеғәфүр Зәйнетдинов : “Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, бай йөкмәткеле йыр-моңдарын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү республикабыҙҙа алып барылған маҡсатлы сәйәсәттең береһе.Тылсымлы ҡумыҙ” тип исемләнгән программа быйылғы ижад миҙгеленең йәнә бер матур күренеше. “Тыуған илем һүнмәҫ хазинаһы” циклына ингән проект Башҡорт иле ҡумыҙсыларын йәнә йыя. Ҡумыҙ хәҙерге ваҡытта үҙенең яңырыуын, йәшәреүен кисерә. Ул ҡурай, думбыра, гармун, ҡыл ҡумыҙ менән бергә республика күләмендәге байрамдарҙа яңғырай”, тигән һүҙҙәр менән асты.
Пермь ҡалаһынан килгән Радик Ғәрипов үҙ сығышында: “Бәләкәй генә был музыка ҡоралы донъяның әллә күпме моң, тауыш тылсымдарын йыйған үҙенә. Кешелек тарихының алыҫтағы боронғо дәүерҙәренең шаһиты был уйын ҡоралы ҡоралы-ҡумыҙ”, тигән һоҡланыу һүҙҙәрен яңғыратты.
Музыка белгесе һәм фольклорсыһы Л.Н. Лебединский ҙә ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуын яҙған, хатта беҙҙең эраға тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостан археологы Нияз Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар элек төпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы һәм ул бөгөн Өфө археология музейының бер экспонатын тәшкил итә.
Үткән быуаттың аҙағынан аылп бөгөнгәсә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарары буйынса ҡумыҙсы-оҫталарыбыҙ Рәсәйҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙе өсөн йыл һайын мастер-кластар уҙғарыла. Был эштең һөҙөмтәләре бөгөнгө көндә үҙ емештәрен бирә.
Ер йөҙөндә ҡумыҙҙың йөҙләгән исеме таралған. Улар барыһы ла ҡумыҙ уйнағанда моңдоң нисек сығыуына, инструменттың нисек уйналыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр: ҡыл-ҡумыҙ; ағас ҡумыҙ; тимер ҡумыҙ; йәйә (янҡыл) ҡумыҙ.
Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға. Бик күп уйнау төрҙәре билдәле. Оҫта башҡарыусы шул төрҙәргә эйә булырға тейеш. Улар ярҙамында төрлө импровизациялар, «тояҡ тауыштары», «бал ҡорто», «һыу ағыу», «кәкүк» һәм башҡа тауыштар сығарып була.
Рәис Низаметдинов ҡумыҙҙың дауаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Беренсенән, ҡумыҙ моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Ҡумыҙҙа уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә. Ҡумыҙҙа уйнаған кешенең тештәре һәм ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙсының тештәре һау була.
«Ҡумыҙ: кисә, бөгөн, иртәгә» исеме аҫтында үткән түңәрәк өҫтәлдә хәл ителәсәк проблемалар ҙа күтәрелде. Киләсәктә йәш быуын вәкилдәрен ҡумыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм яңы алымдар ҡулланып башҡорт ҡумыҙын донъя кимәленә тиклем танытыу маҡсаттары ҡуйылды. Иң мөһиме- атай-олатайҙарыбыҙҙың милли музыка ҡоралын танып беләйек, быуындар сылбыры, үткәндәр менән бәйләнеш өҙөлмәһен!
Автор: Гүзәл Багаева