М. Ғафури исемендәге БДАД театры М. Ғафури ижадынан “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен ҡарарға саҡыра.
“Ҡара йөҙҙәр” - «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (А.Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г.Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А.Нестеров) номинацияларында ҡатнашыусы, « Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше » (А.Нестеров) номинацияһында еңеүсе, 2016 йыл. "Нәүрүз" Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы, Ҡазан, 2014.
Спектаклдең дауамы 1 сәғәт 45 минут. Инсценировка авторҙары - А.Абушахманов, Ш.Ғилманова.
Ауылдағы иң сибәр ҡыҙ Ғәлимәнең ябай ауыл егете Закирға күҙе төшөүе мөмкинме? Һәр бер нимәгә тиҙ генә ябырылырға торған ауыл халҡы йәштәрҙе икәү генә һөйләшеп торғанын күргән. Хәҙрәттән: «Шәриғәт ҡанундары буйынса никахта тормаған ҡыҙ меән егеттең икәүҙән-икәү генә һөйләшеп торорға хоҡуғы бармы ни?» -тип һорай улар. Ниндәй ҡарарға килер һуң дин әһеле? Әгәр ҙә Ғәлимә менән Закирҙы ярлыҡаһа, ауылдаштары алдында үҙенең ихтирамын юғалта, тигән һүҙ. Әхлаҡ яғында тороу – уның бурысы. Тик бер генә юл ҡала – язаларға.
Бөгөнгө көндә, дини һорауҙар артта ҡалып, ябай кеше ҡылыҡтары тураһында уйланыуҙари тәүге планға күскән саҡта «Ҡара йөҙҙәр» спектакле нимә хаҡында бәйән итә һуң? Кеше тигән әҙәмдең барлыҡ әхлаҡһыҙ, мәғәнәһеҙ ҡылыҡтарын шәриғәт ҡанундары менән аҡлаған наҙан халыҡ – бөтә бәләләрҙең башы. Трагедия үҙәгендә – кеше тәбиғәте. Ә был тема, ғүмер кеүек үк мәңгелек, үлемһеҙ. http://bash.bashdram.ru
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Г. Зәйнәшева ижадынан ”Ғәйфи ағай, өйлән давай!” комедияһы күрһәтелә.
...Мин уның менән Өфөлә таныштым. Һай, шәп кеше булып сыҡты Ғәйфи ағай! Ипле, сабыр, бер аҙ шаяныраҡ та холҡо менән әсир итте ул мине, һәр һүҙҙе үлсәп, кеше хәтерен һаҡлап һөйләй, итәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан.
Тик бына... яңғыҙ ул. Һөйөклө ҡатыны вафат булғас, ҡыҙы Нәилә, ейәне Рөстәм менән бер фатирҙа йәшәп ятыуы. Шундай дан кешенең яңғыҙ булыуы миңә лә оҡшап етмәне, ә инде ҡыҙы был хаҡта күптән хәстәрлек күреп тә ҡуйған: атаһына ҡатын эҙләп гәзиткә иғлан биргән. Тынғылыҡ бөттө Ғәйфи ағайға. Өҙлөкһөҙ телефон шылтырай, йә тегенеһе, йә быныһы ишек шаҡый. Бына Мәрйәм исемле ҡатын килеп инде. Ғәйфи ағай юғалып ҡала торғандарҙан түгел икән: башын иҫереккә һалды, ә Мәрйәм нисек сығып тайғанын да һиҙмәне. Ә инде икенсе ҡатын — Суфия килгәс, ауырыуға һабышты Ғәйфи ағай. Суфияның сигенергә самаһы юҡ, үҙем дауалайым, мин — экстрасенс, тип йәбеште бит ағайға. Шулай ҙа әмәлен тапты ағайыбыҙ, тиҙ генә кейемен эләктереп, сығып шылды. Баҡһаң, ағайҙың күңеленә мөхәббәт осҡоно һалыусы бар икән бит. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Зәкиә булып сыҡты... http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/5701-ylnderek-yfi-aayy.html
Спектаклдең дауамын белергә теләһәгеҙ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында барған Гөлшат Зәйнәшеваның комедияһы буйынса “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спектакленә рәхим итегеҙ.
Һеҙҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Хәбиров (Ғәйфи), Нәғим Нурғәлин (Саттар), Альбина Кашапова (Зәкиә), Зилә Сәйетова (Мәрйәм), Рәмилә Сәлимгәрәева (Суфия) һәм артистар Әнүәр Фәйзуллин (Рөстәм), Илгизә Ғилманова (Маги) Ғәйфи ағайҙың тормошонда булған ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр менән бәйнә-бәйнә таныштырыр.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссамы — Юлиә Ғиләжева, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.
Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!
Байҡау яһаусы: Гүзәл Багаева