Бөгөн Өфөлә “Бөйөк Ебәк юлы” күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты

Бөгөн Өфөлә “Бөйөк Ебәк юлы” күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты

Бөгөн, 30 август көнө Өфө сәнғәт галереяһында “Бөйөк Ебәк юлы” күргәҙмәһе асылды. Халыҡ-ара арт-симпозиумдарҙа ҡатнашыусыларҙың ижад емештәренән торған күргәҙмәлә Елабуға дәүләт тарихи-архитектура һәм әҙәби музей-заповеднигының фонд йыйылмаларынан картиналар тәҡдим ителде.

Экспозицияла 98 графика һәм һынлы сәнғәт һайланма эштәр күрһәтелгән. Бөгөнгө коллекция эштәре 7 илде берләштерә.

Бөйөк Ебәк юлы  — боронғо осорҙа һәм Урта быуаттарҙа Көнсығыш Азияны Урта диңгеҙ буйы менән бәйләгән юл. Тәү сиратта, Ҡытайҙан ебәк сығарыу өсөн файҙаланылған, атамаһы ла шунан алынған.

Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең илбаҫарлыҡ походтары Көнбайыштың һәм Көнсығыштың бер-береһе менән танышыу мөмкинлектәрен киңәйткән, сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыу өсөн шарттар тыуҙырған. Ҡытай, Хотан менән Яркендта табылған нефрит һәм жадеитҡа, үҙҙәрендәге тәпәшәк аттарҙан күпкә яҡшы ғәрәп юртаҡтарына мохтажлығы барлығын аңлағас та, сит илдәргә ебәк сығара башлай. 

Ҡитғалар аша ятҡан юл буйлап ебәк кенә түгел, башҡа тауарҙар ҙа ташыла. Үҙәк Азиянан Ҡытайҙа бик юғары баһаланған аттар, хәрби кәрәк-яраҡ, алтын һәм көмөш, ярым аҫыл таштар, быяла әйберҙәр, күн һәм йөн, келәмдәр һәм кизе-мамыҡ туҡымалар,  шафталы (персик) һәм ҡарбуз ише ят ризыҡтар, ҡуй һарыҡтары һәм һунар эттәре, леопардтар һәм арыҫландар килтерелә. Ҡытайҙан каруандар фарфор һәм металл һауыт-һаба, лакланған әйберҙәр һәм косметика, сәй һәм дөгө ташый. Сауҙагәрҙәрҙең юл муҡсаларында фил һуҡҡылары, мөгөҙморон мөгөҙө, гөбөргәйел ҡабығы, тәмләткестәр һәм башҡа күп нәмәләр ятыр булған.

Бөйөк Ебәк юлы Алғы Азия, Кавказ, Урта Азия һәм Ҡытай халыҡтарының иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәре үҫешендә ҙур роль уйнаған. Мәҫәлән, ул төрлө юҫыҡта, атап әйткәндә, сәнғәттә (бейеүҙәр, музыка, һынлы сәнғәт, архитектура), диндә (христианлыҡ, буддизм, ислам, манихейлыҡ) технологиялар һәм  инновациялар таралыуға булышлыҡ иткән. Ебәк, дары, ҡағыҙ һ. б.  эшләү технологиялары башҡа халыҡтарға тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта бөтә технологиялар ҙа тиерлек (борон замандарҙағы яу арбаһынан башҡаһы) Ҡытайҙан көнбайышҡа юлланған, ә киреһенсә түгел.

«Бөйөк Ебәк юлы – күп халыҡтарҙы берләштереүсе ҙур  цивилизация, – ти Елабуға музей-заповеднигының фән буйынса директор урынбаҫары Александр Деготьков. – Башҡортостан һәм Татарстанды, Өфө менән Елабуғаны әлеге симпозиум ғына берләштереп ҡалмай, ә иң беренсе нәүбәттә-халыҡтар дуҫлығы беҙҙе тоташтыра».

“Ошондай сипмозиумдарҙа ҡатнашып, беҙ, Рәсәйҙәге һынлы сәнғәттең кимәлен билдәләй алабыҙ», –ти Ишембай ҡалаһынан билдәле рәссам Рафаэль Ҡадыров.

Симпозиумдың кураторы, бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыусы Салауат Ғиләзетдинов әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа төрлө төбәктәрҙән килеүсе рәссамдар милли костюмдарҙа буласаҡ.

Әйтеп үтергә кәрәк, Елабуға музей-заповеднигы тарафынан  Пекин (Китай), Екатеринбург, Ырымбур, Түбәнге Тагил, Ҡаҙан, Яр саллы, Зеленодольск ҡалаларында күргәҙмәләр ойошторолған.

 Гүзәл Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb