17 мартта бөтә донъя сәнғәт һәм балет йәмәғәтселеге Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләй. Бөгөн 20 быуаттың мәшһүр бейеүсеһе һәм хореографына 79 йәш тулған булыр ине.
1938 йылдың 17 мартында Иркутск ҡалаһынан алыҫ булмаған Раздольное станцияһына юл тотҡан поезда Рудольф Нуреев донъяға килә. Әсәһе Фәриҙә Алыҫ Көнсығышҡа, иренең хеҙмәт иткән урынына китеп барғанда бала таба.
Бына шулай итеп буласаҡ виртуоз, йондоҙ, актер, хореограф һәм оркестр етәксеһе, миллиардер һәм гений Байкал ярҙарында доньяға ауаз һала. Һуғыш алдынан Нуреевтарҙың ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәй, атаһы фронтҡа саҡырылғандан һуң улар Башҡортостанға эвакуациялана. Рудольфтың бала сағынан ҡалған иң ауыр иҫтәлек — аслыҡ тойғоһо, ул ваҡыттағы иң тәмле аҙыҡ — бешкән картуф. Ул Өфөлә Свердлов урамындағы 2-се мәктәптә уҡый. Бында хәҙер Рудольф Нуреев исемендәге Өфө хореография училищеһы урынлашҡан.
«Мәктәптә уҡыған тәүге йылымдың Яңы йылында мин тәүге тапҡыр ысын балет күрҙем, — тип яҙа Рудольф Нуреев үҙенең «Автобиографияһында». — Һәм бөгөн дә был тамашанан нисек шаҡ ҡатып тороуым һәм тулҡынланыуым хәтерҙә. Өфө милли операһында ойошторолған яңы йыл спектаклендә милли балерина Насретдинова сығыш яһаны, уны мин бөгөн дә бик талантлы балерина тип иҫәпләйем».
Уҡыусы Рудольф Нуреев Пионерҙар йортоноң балет түңәрәгендә шөғөлләнә башлай, тиктормаҫ малай Уҡытыусылар йорто түңәрәктәрендә лә, паровоз ремонтлау заводы клубында ла бейергә өлгөрә. Атаһы Хәмит — Ҡыҙыл Армия майоры, берҙән-бер улының был һөнәрен оҡшатмай. Уның был теләген бөтөрөү маҡсатында Рудольфҡа йыш ҡына ҡул күтәрә. 1953 йылда Рудольфты башҡорт театры эргәһендәге балет студияһына саҡыралар. Ул талантлы бейеүсе булараҡ билдәлелек яулай башлай. Студия башлыса кордебалет артистары әҙерләй, әммә Рудольфҡа айырым партияларҙы ла ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул балет артисы итеп алына, ҙур булмаған эш хаҡы ала башлай. Унынсы синыфты егет киске мәктәптә тамамлай. Рудольф Нуреевтың Өфө сәхнәһендә башҡарған бейеүҙәре баш ҡаланың балет оҫталары иғтибарынан да ситтә ҡалмай: Рудольфҡа А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға инеү мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Училищены тамамлағас, Рудольф Нуреевты Киров театры труппаһына ҡабул итәләр.
Спектаклдәрҙең береһендә залда Рудольфтың ата-әсәһе лә ултыра. «Атайымдың улынан өмөтөн өҙөү тойғоһо ошоға тиклем һаҡланғайны, — тип хәтерләй уның ҡыҙы Рәзидә, — күп йылдар үтеп Рудольфтың Ленинградта Киров театрындағы сығышын ҡарағас ҡына ул балет — уның яҙмышы икәнлеген аңланы».
Талантлы артистың холҡо бер ҙә «баллы» булмай. Публика алдында ҙур уңышҡа өлгәшкән Нуреевты театр администрацияһы өнәмәй. Рудольф Нуреев һәр ваҡыт һәр нәмәгә үҙенең ҡарашын белдерә. Тап ошо ҙур конфликтҡа алып килә лә инде. Һәм, һөҙөмтә булараҡ, 1961 йылда Киров театрының Парижға гастролдәре ваҡытында артист ҡайтыуҙан баш тарта.
- Мин ирекле булырға теләйем! — тип белдерә ул.
Донья гәзиттәре быны «азатлыҡҡа һикереү» тип атай, ә Ленинград ҡала суды Рудольф Нуреевты Ватанына хыянат иткән өсөн ете йылға иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм сығара.
Сит илдә яҡташыбыҙҙың таланты бар ҡеүәте менән балҡый башлай. Ул маркиз де Куэвас балет труппаһының күҙ ҡамаштырғыс сағыу йондоҙона әйләнә, «Ковент Гарден»да бейей, Лондонда Король балеты артисы була. 1983 йылда Нуреевты «Гранд — Опера»ның художество етәксеһе итеп ҡуялар, һәм алты йыл эсендә ул Франция театрының абруйын юғары күтәрә.
Беҙҙең бөйөк бейеүсебеҙ бик алама холоҡло булған тип тә хәтерләйҙәр. Ҡыҙыу, мыжыҡ, үҙенең яҡындары һәм партнерҙарына ҡарата залимдарса мөғәмәләлә булған. «Мин теләйем. Һин эшләргә тейеш» инглизса әйтелгән ошо һүҙҙәре менән Нуреев артистар алдына бурыс ҡуйған.
Бик көслө һәм сәләмәт кеше булараҡ, Рудольф Нуреев йылына 300-әр балет бейей.
Тыуған ҡалаһында ул бер тапҡыр ғына — 1987 йылдың ноябрь айында була. Рәйсә Горбачеваның шәхси үтенесе буйынса Нуреевҡа үлем түшәгендә ятҡан әсәһе менән хушлашыр өсөн Өфөгә килергә рөхсәт итәләр. Иң яҡын кешеһенән ғәфү үтенергә өлгөрә ул, әммә әсәһе уны танымай.
Ул ваҡытта Нуреевты өфөләрҙең бик аҙы күреп ҡала. Ул оҙон матур пальтола, бәйләнгән шапкала, сағыу шарф ураған, ҡалын табанлы ботинкалар кейгән була. Ҡунаҡ бер аҙ ҡала буйлап йөрөй, театрҙа, Нестеров исемендәге музейҙа туҡтала.
1993 йылдың 6 ғинуарында бейеү аллаһы Рудольф Нуреевтың осошо өҙөлә. Ул Парижда Сант-Женевьев-де-Буа зыяратында ерләнгән.
Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында «Был сәхнәлә 1953-55 йылдарҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы» тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды.