Етеҙ-өлгөрҙәрҙе, мәргән-маһирҙарҙы йәйәнән уҡ атыу бәйгеһенә саҡырабыҙ

Етеҙ-өлгөрҙәрҙе, мәргән-маһирҙарҙы йәйәнән уҡ атыу бәйгеһенә саҡырабыҙ

18 март көнө Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәйәнән уҡ атыу  буйынса район турниры уҙғарыла.  Бәйге - сәсән һәм батыр (XVIII быуаттың урталарында йәшәгән, хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан) Ҡарас сәсән призына үткәрелә.

Ҡарас сәсән тураһында бик аҙ ғына мәғлүмәттәр һаҡланған. Риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, Ҡарас сәсән Ҡобағош сәсәндең бүләһе. Уның атаһы Ҡушкилде, бабаһы Көнбағыш, бабаһының атаһы Ҡобағош сәсән. Уның йәшәгән ере — Тамъян-Ҡатай яғы (хәҙерге Наурыҙ ауылы урыны). Атаһына оҡшап, Ҡарас батыр булған һәм уҡтан мәргән атҡан. Ҡаҙаҡ барымтасыларына ҡаршы барған, башҡорт яуҙарында ҡатнашҡан. Сәсәнлеге әсән халыҡ айырыуса яратҡан. Риүәйәттәрҙә уның сәсәнлек өлгөләре һаҡланған. Халыҡ телендә Ҡарастың сәсәнлегенә һәм батырлығына бәйле риүәйәт йәшәй.  Ваҡиға  1750 йылдарҙа бара: берҙән-бер көн йөҙләгән ҡаҙаҡ барымтасылары быларҙың йәйләүен баҫып, малдарын ҡыуып алып китә. Утыҙлап һыбай менән Ҡарас хан барымтасыларҙы ҡыуа сыға. Ҡыуып килгәнде күреп, ҡаҙаҡтарҙың өсәүһе айырылып артта ҡала, ҡалғандары мал менән китә. Ҡыуып барып, тауыш етерлек ергә еткәс, Ҡарас батыр ҡаҙаҡ батыры Аҡшаға үҙен танытып өндәшә, йылҡыларҙы ташлап китергә ҡуша.
Шунан Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар, һәм икеһе ике арҡаға менеп баҫа.
Ҡарас, үҙенең мәргәнлеген белдерер өсөн, Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйрата ата, ә уның үҙенә атҡан уғын һауала саҡта тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы ерләп, ҡайтып китә.

1750 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантоны Наурыҙ ауылы башҡорттарының төп аталары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле атҡыс, мәргән тыуып заманында тиңһеҙ булған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да атҡыс булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемендә бер улан ҡалған. Ҡарас та, атаһы һымаҡ, уҡ-һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батырлыҡ, атҡыслыҡ исемен алып, һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу ҡайтарып, яу сабып йөрөгән…

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb