Йырҙарҙа – уның күңеле

Йырҙарҙа – уның күңеле

Дәүләкән район Мәҙәниәт йортоноң «Демушка» рус йыры халыҡ хоры дирижеры Нина Григорьевна Греценгер үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге тураһында шулай ти. Уның көндәлек эше даими ижад итеүҙе, тотош коллективтың, һәр кешенең кәйефен тоя белеүҙе, түҙемлек һәм ҙур тырышлыҡ талап итә. Был сифаттарҙы Нина Григорьевна үҙендә күп йылдар тәрбиәләй. Сәхнәгә сығарылған номер тамашасыларҙы шатландырһын өсөн бар күңелеңде, көсөңдө һалырға, ғәйәт ҙур ваҡыт бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй үҙ эшенең оҫтаһы. Ул тамашасыларҙы тулҡынландырырға, йөрәктәренә үтеп инергә, бер үк ваҡытта кешеләргә шатлыҡ та, тәрән кисерештәр ҙә бүләк итергә тейеш.
- Эшемде еренә еткереп башҡарырға яратам, - ти ул, - шуға ла үҙемдән дә, һәүәҫкәр артистарҙан да тырышлыҡ, түҙемлек талап итәм. Репертуар һайлағанда концерттың тематикаһын, айырым һәм коллектив башҡарыусыларҙың холҡон иҫәпкә алам. Йырҙың һәр һүҙенә иғтибар итәм, уға ниндәй мәғәнә һалыныуын, тамашасылар тарафынан нисек ҡабул ителерен уйлайым. Минең өсөн төп эш йырҙың йөкмәткеһенән башлана. Артабан оҙайлы репетициялар, музыкаль материалды һәм партияларҙы өйрәнеү, тауыштарҙы берләштереү, сәхнә образы өҫтөндә эш һәм башҡа мөһим мәлдәр. Ошондай ентекле эштән һуң ғына номерҙың уңышлы буласағына өмөтләнергә мөмкин. Һәр номер алдынан сығыш яһаусыларҙың үҙҙәренән кәм тулҡынланмайым, тын алырға ла онотоп, тыңлайым, һәм уларға ышанам, әлбиттә.
Бынан утыҙ йыллап элек тирмәнселәр клубы хорын сәхнәгә сығарғанда ла Нина Григорьевна ошондай хистәр кисерә (был хорҙа ул ун йылдан ашыу дирижер була), һәм әле лә хор йырлағанда йә иһә үҙе етәкләгән «Вояж» эстрада йыры халыҡ ансамбле сығыш яһарға әҙерләнгәндә, йырсыларының береһе микрофон алдына баҫҡанда шулай уҡ тулҡынлана. Мәҫәлән, ҙур тырышлыҡ һалып, күңел биреп өйрәнгән йыр ғына бик матур килеп сыға. Сценарий авторы һәм алып барыусыһы Нина Григорьевна булған киң күләмле байрам сараларының программаһы ошолай эшләнә.
Нина Греценгер етәкселегендә әҙерләнгән номерҙарҙың уңышлы килеп сығыуы был талантлы белгестең үҙ эшен камил белеүенә лә бәйле, әлбиттә. Дәүләкәндәр уның башҡарыуындағы халыҡ һәм эстрада йырҙарын йыш ишетә. Тауыштың көслө һәм матур булыуы, үҙеңде сәхнәлә тота белеү – уңыш нигеҙе. Төрлө конкурстарҙа яуланған урындар – башҡарыу оҫталығы күрһәткесе. Мәҫәлән, былтыр ул рус йырын яңғыҙ башҡарыусыларҙың «Барыня-песня» беренсе төбәк-ара конкурсында һәм «Яратам һине, тормош!» республика конкурсында еңеүҙәр яулай. Был йырсыға ҡарап, уның ихласлығын, кешеләргә һәм тыуған ергә һөйөүен күрмәү мөмкин түгел. Нина Греценгерҙың һәр һүҙе кесе тыуған ил менән айырылғыһыҙ бәйләнеш хаҡында башҡарған йыры бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Яратҡан һөнәрең туғандарыңа һәм яҡындарыңа шундай бәхет бүләк иткәндә уның эш кенә түгел, ә булмыш та икәненә инанаһың.

Сығанаҡ: http://bash.asilikyl.ru/kultura/1718-yyrara-uny-kele.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb