«Театр бит ул - яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, мәңгелек сығанағы. Театр донъяһы - күңел дауаһы. Йәшәргә көс биргән инеш. Театр үҙенә тоғро булыуҙы талап итә. Театр – ул тормош. Ә тормош бит ғәмәлдә өс нәмәгә ҡорола - мөхәббәт, батырлыҡ һәм сабырлыҡ. Ошо төшөнсәләрҙең әһәмиәте хаҡында беҙ сәхнәнән тамашасыға еткерәбеҙ. Артистар - сихри театр донъяһы менән тамашасы күңеле араһында күпер һалыусылар. Театр – аралашыу урыны ғына түгел, ә тормоштоң гүзәллеген аңлатыр, рухыңды, күңелеңде байытыр урын. Шуға күрә беҙ замандаштарыбыҙҙы борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә, арығандарға дәрт-дарман өҫтәргә, ә тормошто уйын ғына итеп ҡабул итеүселәрҙе, киреһенсә, уйланырға мәжбүр итергә тейешбеҙҙер» - ти Миңзәлә Хәйруллина.
Тамаша театрҙың билдәле актерҙары Алмас Амиров, Айнур Ситдиҡов, Сәғиҙулла Байегет тарафынан Мәхмүзә, Мәфтуха, Ниса, Гөлфинә, Мадам булып та йөрөгән ҡара ҡаштары ҡыйылып киткән, ауыҙы йырыҡ, йылмайып бер ҡарауҙан ғашиҡ иттерә алған Миңзәлә Хәйруллинаны эҙләү менән башланды.
Ҡыҙыҡлы хәлдәргә, юморға ҡоролған бенефис "Бер мәл санаторийҙа","Көнләш, Америка, көнләш!","Хушығыҙ, хыялдарым!","Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Алдан түләйем!" , "Ҡара юрға", "Мин ҡатын-ҡыҙ","Алдан түләйем" спектаклдәренән өҙөктәр менән үрелеп барҙы.
Сәхнә түренән ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан, Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығынан, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайынан, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзынан вәкилдәр сығыш яһаны.
Шулай уҡ юбилярҙы ҡотлар өсөн Өфө “Нур” татар дәүләт театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры вәкилдәре килгәйне. Сәхнә экранынан Татарстан Республикаһының Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт театрынан видео ҡотлау күрһәтелде.
Актрисаның тыуып-үҫкән яғы - Әлшәй районынан яҡташтар ҡотлау сәләмдәре тапшырыу менән бер рәттән матур йырҙар ҙа яңғыратты.
Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә буласаҡ актриса.Йәш ҡыҙҙың тыуған ауыл радиоһынан шиғыр һәм йыр менән сығыш яһауы һөнәр һайлағанда ҙур этәргес булғандыр.Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының музыка бүлегенә уҡырға инә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында әлеге көндә дүрт курсташ бергә эшләйҙәр - Эльвира Юнысова, Шәүрә Әхмәҙуллина-Дилмөхәмәтова, Илдар Ғүмәров, Миңзәлә Хәйруллина.
Миңзәлә Хәйруллина 33 йыл инде М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, ошо йылдар эсендә сығарған ролдәре һанап бөткөһөҙ.
Миңзәлә Хәйруллинаны күп кенә ролдәре комедия жанрында. Бөтә артистар ҙа был жанрҙа уйнау һәләтенә эйә түгел. Башҡорт классик әҫәре «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Мәхмүзә ролен башҡара. Оҫта актриса асыҡ күңелле, эскерһеҙ, ябай ауыл ҡатынын уйнай. Рәлиф Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир!» комедияһындағы Гөлзәйнәб образы, Хәкимйән Зариповтың «Эх, кәләше лә кәләше!» спектаклендә Баллыбикә – оҙаҡ йылдар буйы театр сәхнәһендә уйналған әҫәрҙәр.
Һуңғы йылдарҙа актриса«Юлдарым-һағышлы моңдарым» да Хәҙисә, “Айгөл иле”ндә Йөҙөм һәмЗәлифә, «Алдан түләйем!»дә Регина Ғәҙелская, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та Ниса, «Хушығыҙ, хыялдарым!»да Ғәндәлибә, «Башмағым»да Ғилмиһәм башҡа ролдәре менән театр һөйөүселәрҙең күңелен яуланы.
Бөгөнгө көн репертуарында барған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»ла – Баҙыян һәм Йәмилә образдары, «Бер мәл санаторийҙа» спектаклендә Камилла Мөхтәровна, «Мин - ҡатын-ҡыҙ»ҙа– Гөлфинә, «Ике төш»тә – депутат Йәмилә, «Йософ һәм Зөләйха»ла – Мысыр ҡатыны, «Әбейүшкә»лә – Бибисара, «Ай тотолған төндә» спектаклендә - ил инәһе, «Мулла»ла – Мөслимә ролдәрен башҡара.
Гүзәл Багаева