Быйыл «Китап байрамы» китап йәрминкәһе һәм «Әйҙә, уйнарға!» уйынсыҡ һәм уйын фестивале Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операция геройҙарына арнала
Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслегендә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен һәм «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡ һәм уйын фестивален уҙғарыу буйынса тәүге ойоштороу комитеты уҙҙы.
– Быйыл «Китап байрамы» йәрминкәһе 23-25 майҙа уҙа. Әлеге ваҡытта сараға әҙерлек бара. Билдәләп үтергә кәрәк, мәҙәни ваҡиға былтыр ҙур уңыш менән барҙы. Ул саҡта 233 нәшриәт һәм китап һатыу ойошмаһы үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Бөтәһе илдең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Беларусь, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Сәғүд Ғәрәпстаны) ҡатнашыусылар булды. Беҙҙең йәрминкәгә 170 меңдән ашыу Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары килде. Йәрминкәлә 73 мең дананан ашыу баҫма һатылды. «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыуҙа Юғары Сиркәү Советы ағзаһы Митрополит Клименттың Остромир Инжиле күсермәһен тапшырыуы мөһим ваҡиға булды, - тине Урал Килсенбаев.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ойоштороу комитеты ағзаларына командала эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһен ойошторған һәм үткәргән өсөн «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды. Быйыл фестиваль программаһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операция геройҙарына арнала. Юбилярҙар яҙыусыларға һәм шағирҙарға ҙур иғтиьар бүленәсәк. Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы менән берлектә бөтә Рәсәйҙән танылған авторҙар менән осрашасаҡбыҙ һәм был өлкәләге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ милли нәшриәттәр менән түңәрәк өҫтәл була. Нәшриәттәре араһындағы «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы китап йәрминкәһенең төп сараларының береһе була. Бер нисә номинация буйынса йәрминкәбеҙҙә тәҡдим ителгән иң яҡшы баҫмаларҙы һайлап аласаҡбыҙ, – тине Наталья Лапшина.
Китап йәрминкәһендә тәүге тапҡыр «Йәнле һүҙ» республика шиғриәт оҫталығы конкурсының финалы уҙа. Милли музейҙа һәм Милли китапханала һирәк осрай торған китаптар күргәҙмәләре, «Балаларға китап бүләк итегеҙ», «Донбас мәктәптәре һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәре өсөн китаптар йыйыу» хәйриә акциялары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Китап байрамы» почтаһы» акциялары ойошторола, унда теләгән һәр кем китап йәрминкәһенән туғандарына һәм дуҫтарына хат ебәрә ала. Китаптарҙы гаражда һатыу һәм «Әҙәби прививка» креатив проекты ойошторола.
«Әйҙә, уйнарға!» уйынсыҡ һәм уйын фестивале 2025 йылдың 29 майынан 1 июненә тиклем уҙғарыла. 2023 йылда сарала 140 уйынсыҡ һәм уйынсыҡ етештереүсе ҡатнашты, сараға килеүселәрҙең дөйөм һаны 250 меңдән ашты.
Быйыл фестивалдә йәнә балалар өсөн әкиәти мөхит булдырыласаҡ, ти ойоштороусылар. Мәҙәни программала спектаклдәр, балалар араһында танылған башҡарыусыларҙың концерттары, милли уйындар һәм уйынсыҡтар, балалар һабантуйы, киноға һайлап алыуҙар, шулай уҡ етештереүселәр араһында «Урал батыр ерендә йыл уйынсығы» конкурсын үткәреү ҡаралған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған интеллектуаль өҫтәл һәм спорт уйындары менән «Сикһеҙ уйындар» инклюзив майҙансығы ойошторола.
Видеобәйләнеш ярҙамында уҙған конференцияла Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина ҡатнашты, ул балалар фестиваленең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне, быйыл да сара бик күп ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итер, тигән ышаныс белдерҙе.