17 апрель көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең 80 йәшенә арналған юбилей кисәһе үтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сараға инеү бушлай буласаҡ.
Рәшит Шәкүр шиғырҙарында, поэмаларында һәм йырҙарында халҡының героик үткәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен сағылдырыусы шағир. Ул бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеүгә күп йылдар арнаған яҙыусы.
19 йәшендә нефть техникумын тамамлап, промыслала оператор булып эшләй башлай. Скважинанан скважинаға йөрөгәндә ул тирә-яҡ тәбиғәт менән һоҡлана, башына үҙенән-үҙе сағыштырыуҙар һәм образдар килеп, шиғыр булып тыуа. Аҙаҡ килеп был шиғриәт менән профессиональ шөғөлләнеүгә, тел серҙәрен һәм уның сикһеҙ мөмкинлектәрен, бөйөк һүҙ оҫталарының әҙәби ижадын ғилми өйрәнеүгә күсә. Ул Башҡорт дәүләт университетын, СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһын тамамлай, кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Республика гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” авторҙарының береһе.
Рәшит Закир улы күп йылдар фәндең топонимика өлкәһе менән ҡыҙыҡһынды һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында республиканың топонимик һүҙлеге сығарылды. Әммә фән менән шөғөлләнеү уның тормошонан шиғриәтте ҡыҫырыҡлап сығармай.
“Йөрәгемдә — ҡояш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 йылда сыға. Үҙ шиғырҙарында, поэмаларында һәм йырҙарында ул халҡының героик үткәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен сағылдыра.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеүгә күп йылдар арнаны, уның тураһында монографиялар сығарҙы. Хаҡлы рәүештә ул Аҡмулла исемендәге премияның беренсе лауреаты булды. Шағир һәм ғалим үҙ эш кабинетында ғына бикләнеп ултырмай, төпкөл ауылдар буйлап күп йөрөй. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. Башҡортостан Республикаһына суверенлыҡ яулап алыу хәрәкәтендә лә ул әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булды. Ошондай әүҙем гражданлыҡ позицияһы, үҙ Ватанына һөйөү, туған халҡына, уның идеалдарына сикһеҙ бирелгәнлек был кешенең ижадын ҡыҙыҡлы һәм беҙгә, замандаштарына, кәрәкле яһай.
Гүзәл Багаева