Күңелдәрҙе асты «Ҡоҙаса»

Күңелдәрҙе асты «Ҡоҙаса»

Әбйәлилдәр сәнғәттең күп өлкәләре буйынса алдынғы урындарҙа бара. Шулай ҙа уның ауыртҡан бер нөктәһе бар. Ул да булһа — театр. Дөрөҫ, төрлө йылдарҙа Дәүләт, Байым, Ташбулат, Йәнгел, Амангилде, Ишкилде артистары ауыл сәхнәһе өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы әҫәрҙәргә тотоноп, һәйбәт спектаклдәр күрһәтә торғайны. Ә бына кеше күп йәшәгән, шунлыҡтан артистарҙы һайлап ҡына алыу мөмкин булған Асҡарҙа, ниңәлер, сәхнәгә һәр ваҡыт бер нисә генә ролдән торған еңел-елпе әҫәрҙәр ҡуйыла. Уларҙа күберәк ҡатын-ҡыҙҙар, хатта мәктәп балалары уйнай. Шуға район үҙәге халҡының бынан 10-12 йыл элек район мәҙәниәт йортона практикаға килгән Рәйлә Ишбирҙина исемле студент-режиссерҙың ДРСУ-ла эшләгән йәш егеттәр менән ҡуйған «Диләфрүзгә дүрт кейәү» исемле ғәжәйеп шәп спектакле оло бер ваҡиға булып иҫтә ҡалыуы бик тәбиғи. 

Һәм бына быйыл тағы райондың театраль тормошонда күңелдә оҙаҡ һаҡланырлыҡ тағы бер ваҡиға булды — Резеда Юлдашева етәкселегендә район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын сәхнәләштерҙе. Алтмыш йыл самаһы элек яҙылған һәм тиҫтәләгән театрҙар тарафынан йөҙәрләгән тапҡыр уйналған әҫәрҙе тағы бер тапҡыр ҡуйыу еңелдән түгел. Сөнки классикаға әйләнгән әҫәрҙең сюжетын белмәгән, Заһир Исмәғилев ижад иткән үлемһеҙ йырҙарын тыңламаған кеше һирәк. Тамашасыны спектаклгә йәлеп итеү өсөн, әлбиттә, уны яңыса ҡуйырға, артистар бик оҫта уйнарға һәм, һис шикһеҙ, матур йырларға тейеш. Һәм РДК труппаһы ошо маҡсатҡа тулыһынса иреште.
…Утыҙынсы йылдар. Колхозлашыу осоро. Ауылда бер төркөм йәштәр бәхетле коммунизм, яҡты һәм тулы хоҡуҡлы киләсәк төҙөйбөҙ, тип дыу килә. Әммә иҫке тормош күренештәре лә юҡҡа сығып бөтмәгән. Мәҫәлән, алтмышты уҙған Яппар (Вәхит Камалов) ҡатыны Мәхмүзәнән (Флүрә Рәхмәтуллина) йәшереп кенә яңы кәләш алырға йөрөй. Һай, татлыға үрелә ҡартлас — йәп-йәш, һылыу ҡоҙасаһы Назаға (Альбина Әхийәрова) өйләнмәксе. Ҡоҙа менән ҡоҙаса мөхәббәткә юл аса, тиген. Туҡта, асмай торһондар әле… Баҡтиһәң, Наза Яппарҙың улы Басирҙы (Заһит Ғәбитов) ярата икән. Ә ҡартлас ҡоҙаһы менән ҡыҙ Басирҙы көнләштереү өсөн генә шаяра. Бәй, дөрөҫ эшләй, егет булғас, ут булһын, Басирҙы әйтәм, өйләнеү эштәрен тиҙләтһен. Ә ул баҙнатһыҙы «ҡәйнеш — еңгәнеке» тип һанаған тол ҡатын Шәмсиә (Фәриҙә Уйылданова) ҡорған ауҙарҙан ысҡына алмай яфалана. Хәйер, Шәмсиәнең үҙен ҡармаҡларға тырышыусы ла бар: ул — йәш абыстайҙарын йыш ҡына айырып торған ике йөҙлө Мөхәмәтша мулла (Хәйҙәр Әхтәмов). Бына ошондай олоһоноң да, йәшенең дә, буйҙағының да, ғаиләлеһенең дә ярһыу ғишыҡ хистәре сырмалған йомғаҡты Ильяс исемле зирәк егет (Раян Нафиҡов) һүтә һәм Басир дуҫын һөйгәне менән ҡауыштырыу сараһын таба.
Спектаклдәрҙә, ғәҙәттә, тамашасылар артистарҙы теге йәки был күренештән һуң алҡыштар менән оҙата. Был юлы көслө ҡул сабыуҙар, «Браво» тауыштары арҡаһында тамаша даими рәүештә бүленеп торҙо. Сөнки бик ҡыҙыҡ булды, артистар бар ихласлығын, һәләтен һалып уйнаны. Беҙ бығаса йә йырсы, йә бейеүсе генә тип белгән кешеләр яңы яҡтан асылды. Спектаклдең уңышына шулай уҡ шул осор тормошон хәтерләткән декорация ла (Гөлсөм Ҡунафина), музыкаль биҙәлеш тә (Ильяс Дәминдаров) булышлыҡ итте.
 Сығанаҡ: http://oskon-gazeta.ru

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb