Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылында яҡшы ремонттан һуң ауыл клубы яңынан асылды

Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылында яҡшы ремонттан һуң ауыл клубы яңынан асылды

Күптән түгел, үткән йома Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы халҡы өсөн ғайәт әһәмиәтле сара уҙҙы, яҡшы ремонттан һуң ауыл клубы яңынан асылды.

Халыҡтың йыр-моңға һыуһағаны әллә ҡайҙан күренеп тора, зал шығырым тулы, хатта, баҫып торорлоҡ та урын юҡ. Ремонт өсөн 630 мең һум аҡса киткән. 530 мең һумы район бюджетынан, 100 мең һумы республика бюджетынан бүленгән.

Тантананы асып, Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Исәт улы Кинжалеев һүҙ алды һәм йыйылған халыҡ өсөн бер юлы сход та булыр тип, ҙур булмаған отчет менән сығыш яһаны. Ул эшләнгән эштәрҙе барланы, киләсәккә пландар менән бүлеште. Быйыл ауыл советында 25 млн. һумлыҡ газ үткәрелеүе, 110 мең һумлыҡ юл билдәләре алыныуы һәм уларҙың тиҙҙән урынлаштырыласағы хаҡында белдерҙе. Һәр бер эштә төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙып торған район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмил Туҡаевҡа рәхмәт әйтте.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов ауылдаштарының оло шатлығын уртаҡлашып, клубтың бәрәкәтен күрергә яҙһын тигән теләктәрен белдерҙе. Илдә, районда барған үҙгәрештәргә бер аҙ туҡталып: «Илебеҙҙә лә, районда ла тормош төрлөсә бара, һәр кем үҙенең юрғанына ҡарап аяғын һуҙа. Ауыл ерендә иң мөһиме ул — малсылыҡ. Малсылыҡ менән етди шөғөлләнеп тормош көтөүгә бер нимә лә етмәй», - тип өндәште яҡташтарына. Үткән йылда 42 район араһынан 1-се урынға сығып, районға 23 млн. һумдан ашыу аҡса бүленеүен дә иҫкә төшөрөп: «Был аҡсаны мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы, ғөмүмән әйткәндә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтәсәкбеҙ», - тине. Шулай уҡ ул «Юшатыр», «Куюргаза» гәзиттәрен алдырыусыларға рәхмәтен әйтте, гәзит-журналадар алдырырға һәм уларҙы даими уҡып барырға өндәне. Аҡһарыларҙың спорт менән дуҫ булыуын, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүен дә телгә алды. Район етәксеһе булараҡ, үҙен борсоған проблемаларҙы ла урап үтә алманы ул. «Ауылдарҙа эскелек күп. Эскелектең яҡшыға алып барғаны юҡ. Шул арҡала демографик хәл хөртәйә. Йәшел йыланға бәйле яҡты донъя менән хушлашыусыларҙың һаны арта, быйыл ғына 9 кеше теге донъяға китте лә инде. Шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны арта. Бөгөнгө көнгә ҡарата ундайҙар 3-әү, шуларҙың икәүһе — ҡатын-ҡыҙ», - тине. Ремонт өсөн 530 мең һум аҡса район бюджетынан бүленеүен, бюджеттың йылдан-йыл кәмей барыуы хаҡында ла әйтте район башлығы.

Кисәнең ҡунағы — Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиләж улы Туҡаев шундай матур, яҡты мәҙәни усаҡтың икенсе һулыш алыуы менән ҡотланы. Аҡһарыларҙың һәр ваҡыт шундай матур клубтары булыуы, бындағы халыҡтың дәртле, йыр-бейеүгә маһир икәнлектәрен әйтеп үтте. «Балалар үҫешергә тейеш, ауылдар бер-береһе менән аралашып йәшәһендәр. Ферманы һаҡлап киләбеҙ, әммә эшләргә теләүсе кеше юҡ. Производствоны арттырырға ла теләк бар, ләкин кешене көсләп эшләтеп булмай бит. Иң тәүҙә халыҡтың эшләргә теләге кәрәк. Беҙҙең бурыс — йәшәүгә мөмкинлектәр булдырырға, халыҡты һаҡлап алып ҡалырға», - тине ул.

Сараның рәсми өлөшө тамамланыу менән, йылылыҡ, сафлыҡ бөркөлөп торған клубта матур концерт программаһы башланды. Бында сығыш яһаусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы, Күмертау ҡалаһы, Яҡут һәм башҡа күрше-тирә ауылдарҙың әртистәре сәхнәне дер һелкетте. Йырсы Венера Усманова дәртле йырын бүләк иткәндән һуң: «Клубығыҙ шундай матур, бында йырлап, бейеге генә килеп тора», - тигән күңеленән урғылып сыҡҡан хистәрен йәшермәне. Һәр бер сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Эйе, ысынлап та, мәҙәни усаҡ күҙҙең яуын алып тора, зауыҡ менән биҙәлгән. Бында йәне булмаған ғына йырлап-бейемәҫ тә, дәрте булмаған ғына устары ауыртҡансы ҡул сапмаҫ.

Сығанаҡ: http://yshatir.ru/mezeniet/4797-yyrlap-beyege-kilep-tora.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb