Бөгөн Нефтекамала Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале башланды.
Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең абруйы йылдан-йыл арта. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр араһында, Башҡортостандан тыш, күрше республикаларҙан һәм өлкәләрҙән һәүәҫкәр йырсылар булыуы ҡыуандыра. «Дуҫлыҡ моңо» конкурсы быйыл Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге һарайында үтә.
Быйыл бәйге 16-сы тапҡыр ойошторола. Бай йөкмәткеле мәҙәни программанан торған фестивалдә ике республиканың билдәле артистары һәм төркөмдәре ҡатнаша. Сараны биҙәүгә айырыуса иғтибар бүленә – этно-мөйөш булдырылған, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторола.
Конкурста 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм музыка училищеларының беренсе, икенсе курс студенттары ҡатнаша.
Нефтекама тамашасыларына ғына түгел, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышындағы башҡа ҡала һәм райондарҙың барлыҡ йыр-моң һөйөүсе халҡы өсөн ысын сәнғәт байрамына әйләнгән тамашала билдәле сәхнә оҫталарының сығыш яһауы көтөлә.
Гүзәл Багаева