Рауил Шаммасҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән исем бирелде

Рауил Шаммасҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән исем бирелде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән әҙәбәтебеҙ аҡһаҡалы, танылған шағир, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа  Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев маҡтаулы исемде яҙыусының өйөнә килеп тапшырҙы һәм республика етәкселегенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Рауил Сәхиулла улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Рауил Сәхиулла улы Шаммасов 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районы Хәликәй ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Матрай (хәҙерге Йылайыр) районы Һабыр ауылында уҡытыусы булып башлай. 22 йәшендә уны мәктәп директоры тип тәғәйенләйҙәр, районда иң йәш директор була ул. Артабан тыуған районында Йәшергән  ауылында уҡытыусы булып эшләй. Шунан Стәрлебаш район гәзитенә хәбәрсе булып күсә. 

1962-1972 йылдарҙа - "Ҡыҙыл тан" республика гәзитендә яуаплы сәркәтип, бүлек етәксеһе, 1972-1980 йылдарҙа - "Китап" нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, артабан Республика тыныслыҡты һаҡлау комитетында,"Һәнәк" журналында, БР яҙыусылар союзы аппаратында эшләй. 

ХХ быуаттың 50-се йылдарынан уҡ ваҡытта матбуғатта әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. 1973 йылдан – Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы. Оҙаҡ йылдар яҙыусылар ойошмаһында татар телле яҙыусылар секцияһын етәкләй.

1967 йылда «Таң йылмайыуы» тигән тәүге шиғри йыйынтығы, һуңынан «Донъя йөгө», «Ҡояшлы тәҙрәләр», «Шишмәле тау», «Ҡар һыуҙары китә» китаптары донъя күрә. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә хәҙерге тормоштоң көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, кешелек тормошоноң фәлсәфәүи проблемаларын ҡарай.

Яҙыусының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә, шуға күрә уның ижадында илһөйәрлеккә, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ҡыйыулығына, әсәләрҙең ҡаһарманлығына күп иғтибар бүленә. Рауил Шаммастың  «Уттар», «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр» һәм башҡа китаптары ошо турала.

1987 йылда Мәскәүҙең «Современник» нәшриәтендә уның рус телендә «Ҡайын һуты» шиғырҙар һәм поэмалар китабы баҫылып сыҡты. «Китап» нәшриәтендә 2015 йылдан Рауил Шаммастың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары һәм поэмалары иингән һайланма әҫәрҙәрен нәшер итеү башланды.

Рауил Шаммас үҙен Самуил Маршак, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе булараҡ та билдәле. Уның лирик шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа композиторҙар йырҙар яҙҙы.

Әҙәбиәт аҡһаҡалы күҙҙәре күрмәүгә ҡарамаҫтан, ижад итеүҙән туҡтамай, шиғырҙар һәм поэмалар, повесть һәм хикәйәләр ижад итә, матбуғатта баҫтырылып тора. "Китап" нәшриәтендә 2 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрә. Әле 3-сө том баҫмаға әҙерләнә. Шағир һәм уның тормош иптәше Гөлсөм Зәртдин ҡыҙы 4-се том өҫтөндә эшләйҙәр. Көслө рухлы шағирҙың фиҙаҡәр хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ һәм йәштәгә үрнәк булып тора. 

Рәсәй әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Рауил Шаммасҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты.  Халыҡтар дуҫлығы ордены, БАССР Юғары советы президиумы Почет грамотаһы, "Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" знагы, Бөйөк Ватан һуғышында тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb