Башҡорт моңон бар илаһилығы, нескәлектәре, мең төрлө сағыу биҙәктәре менән тамашасыға оҫта еткергән һәләтле музыканттарҙың береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Редик Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килә. Бала саҡтан ҡулынан баян төшмәй. Уйнап ебәреүе була, бар тирә-яҡ дәртле моңға сума.
Баянһыҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән йәш егет, мәктәпте тамамлағас, артабанғы яҙмышын сәнғәт менән бәйләй. Өфөгә килеп, һис икеләнеп тормай, ул ваҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Ижад юлын Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йәнбәков, Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаков кеүек мәшһүр сәнғәт әһелдәре, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Азат Айытҡолов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Рәшиҙә Туйсина, Рәйес Вәғизов кеүек башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер сәхнәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай Редик Фәсхетдинов, шулай уҡ тәүге “Дуҫлыҡ” вокаль-инструменталь төркөмөндә лә эшләй.
2004 – 2010 йылдарҙа республикабыҙҙың уникаль музыкаль коллективтарының береһе булған Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрында эшләй. “ЮНЕСКО” йүнәлеше буйынса Рәсәй артистары йыйылма төркөмө составында Азия, Африка, Европа, Скандинавия илдәрендә һәм Германияла, Ҡытайҙа, Һиндостанда уҙғарылған Рәсәй мәҙәниәте көндәрендә сит ил тамашасылары алдында сығыш яһай. Профессор, баянсы Владимир Суханов менән хатта экваторҙы, Радик Гәрәев һәм “Дуҫлыҡ” ансамбле менән төньяҡ полюсты ла киҫеп сыға ул! Тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһындағы Колонна залында Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле менән сығыш яһай. http://bashgf.ru
Бөгөн дә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, виртуоз баянсы Редик Фәсхетдинов сығыштарын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Аккомпаниаторлыҡ менән бер рәттән үҙенең концерттары аша ла тамашасы күңелен арбай ул. Донъя халыҡтары, классик, эстрада әҫәрҙәрен, башҡорт, татар халыҡ көйҙәрен бар матурлығында тамашасыға еткерә.