Йыл һайын 6 июндә Рәсәйҙә Пушкин көнө, ә бөтә донъяла халыҡ - ара рус теле көнө билдәләнә. Александр Сергеевич Пушкиндың ижады төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә, уның әҫәрҙәре донъяның тиҫтәләгән теленә тәржемә ителә. Ғәҙәттәгесә, Рәсәйҙең Пушкин көнөндә Өфө ҡалаһының күмәк китапханалары бөйөк шағирҙың ижадына бик күп төрлө мәҙәни-күмәк саралар бағышлай.
Ваҡыт үтеү менән Пушкин көнө тағы ла бер байрам - Рус теле көнө менән ҡушыла. Был эшкә 2011 йылда башланғыс һалынған. Был осраҡлы түгел. Тантана Президент указы менән иң юғары кимәлдә хупланды. Шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының донъя телдәренә арналған «лингвистик» байрамдары исемлегенә ингән. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтә телдәрҙә лә тиерлек был байрам милли әҙәби гений хөрмәтенә иҫтәлекле дата менән тап килә. Был көндә яҙыусының ижадын һөйөүселәр әҙәби кисәләр, ғилми конференциялар һәм фестивалдәр ойоштора. Ғәҙәттә әҙәби музейҙар һәм китапханалар тематик саралар уҙғара: уҡыуҙар, карнавалдар һәм хатта балдар ойоштора. Күпселек саралар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үтә.
Өфөлә һәм Башҡортостанда был көндөң нисек билдәләнеүе тураһында «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы материалдары аша танышырға мөмкин.