13 һәм 14 апрелдә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре уҙасаҡ. 5 апрель иртәнге сәғәт 11.00 М.Ғафури исем. БАДТ бинаһында был ваҡиғаға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы буласаҡ.
Журналистарҙың һорауҙарына яуап бирергә, театр тормошо, гастролдәр, киләсәктәге пландар хаҡында һөйләргә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, йәш актриса Лиана Ниғмәтуллина һәм театрыбыҙҙың ижади коллективтың етәксеһе Рөстәм Фазылов.
Салауат театры 13 апрель көндө баш ҡала тамашасыһына күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" трагикомедияһын күрһәтәсәк. Ҡуйыусы режиссеры- Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты - Олег Ханов.
Сценограф, костюмдар буйынса рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров.
14 апрелдә Василий Шукшиндың биш хикәйәләре («Ваня, һин нисек бында?», «Миль пардон, мадам», «Микроскоп, «Ышанам», «Минең кейәү утын урланы») буйынса ҡуйылған "Шукшин" исемле спектаклде ҡарарға саҡырабыҙ. Ҡуйыусы режиссеры - Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан).
Яңыраҡ был спектакль I-се бөтә Рәсәй "ИДЕЛ-БУА-УРАЛ-ПРОСТРАНСТВО ДИАЛОГА" исемле фестивалдә ҡатнашты һәм театр тәнҡитселәренең юғары баһаһына лайыҡ булды. Антон Федоровтың Салауат башҡорт дәүләт драма театрында был әҫәр икенсе эше булып тора. Беренсеһе Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса ҡуйылған "Ерҙәштәр" спектакле. Был спектакль менән 20 апрелдә "Театр яҙы" фестивале асыласаҡ.