24 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры тамашасылар иғтибарына “Яҙмыш математикаһы йәки 1+1=3” премьераһын сығарҙы. Спектакль нигеҙҙә үҫмерҙәргә һәм йәштәргә тәғәйенләнгән.
Карина ғаиләһен ташлап, башҡаны һайлаған атаһын кисерә алмай. Шул уҡ ваҡытта әсәһенең икенсе ирҙән тыуҙырған балаһын, йәғни ҡустыһы Саматты ене һөймәй, башы эшенән сыҡмаған әсәһенә нәфрәт менән ҡарай. Һеҙҙән башҡа миңә рәхәт булыр ине, ти. Тик ҡустыһын мәңгелеккә юғалтҡас ҡына, Карина үҙенең ныҡ яңылышыуын, төп байлыҡтың үҙеңдең, туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуы икәнлеген аңлай. Әммә һуң була...
- Спектаклдең төп темаһы - әлеге заманда ныҡ таралған яман шеш ауырыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта был диагноз ҡуйылған сирлеләр һаны артҡандан-арта бара. Тамашасыға төп фекерҙе - бер-береңә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булырға, күберәк изге ғәмәлдәр башҡарырға кәрәк икәнлекте еткерергә теләйбеҙ. Ғүмер бер, уның һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәп ҡалырға кәрәк, иртәгә ни көтөрөн берәү ҙә белмәй. Тағы шуныһы, премьераны арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барған хеҙмәттәшебеҙ Нәркәс Йомағужинаның иҫтәлегенә бағышланыҡ. Уны ла арабыҙҙан ошо сир алып китте. Был спектаклдә Нәркәскә лә роль бүленгәйне. Өфөгә эскизды күрһәтергә бергә барҙыҡ. Сире тураһында ул үҙе лә, беҙ ҙә белмәй инек. Репетициялар ваҡытында бергә эшләгән ваҡыттарҙы илап иҫләп тә алдыҡ. Сәхнәлә унан башҡа уйнау ауыр, арабыҙҙа юҡлығына һаман ышанырлыҡ түгел. Спектакль залда ултырыусы һәр тамашасының йөрәк ҡылдарын сиртер, тип ышанабыҙ, - ти режиссер Лиана Ниғмәтуллина.
Премьераға пьесаның авторы, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова ла килгәйне.
- Был пьесам булған хәлгә таянып яҙылды. Уны онкология сире менән һуңғы көнгә тиклем көрәшкән, арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән балалар Раян Әхмәҙиев менән Фәнгиз Сәғитовҡа бағышланым. Мин ул ваҡытта яман шеш менән ауырыған балаларға ирекмән булараҡ ярҙам итә инем. Әҫәремә икенсе һулыш биреп, уны сәхнәгә сығарғаны өсөн Салауат театрына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Спектакль заманса итеп ҡуйылған, режиссерҙың, хореографтың көслө эше һиҙелә. Бөгөнгө йәштәрҙең тамашаны тын да алмай ҡарап ултырыуы һоҡландырҙы. Тимәк, улар тормошта иң ҡиммәтлеһе ғүмер икәнен, бер-береңә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклекте аңлаған, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Баныу Латиф ҡыҙы.
Ул көндө ҡаланың индустриаль һәм педагогия колледжы студенттары премьераның тәүге тамашасылары булды. Студенттарҙың спектаклдән һуң үҙ-ара фекер алышыуҙарын күреп, ысынлап та, спектакль күңелдәренә үтеп ингән, тигән фекергә килдем. Быны уларҙың үҙҙәренең һүҙҙәре лә иҫбатлай.
Карина Кәримова:
- Бик тулҡынландырғыс булды. Спектакль тормоштоң һәр мәлен ҡәҙерләргә, уны яратырға, мөмкин тиклем күберәк изгелек эшләргә кәрәклеккә өйрәтә. Ҡарағанда ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр аҡты.
Диана Ғәлиева:
- Спектаклдең аҙағы бик аяныслы тамамланды. Яҡты донъя менән хушлашҡан малай ҙа, бала ҡайғыһынан бер тынала сәстәре ағарып сыҡҡан әсә, хатта тәү ҡарашҡа бәғерһеҙ күренгән Карина ла йәл булды. Тәүҙә спектаклдең ни өсөн шулай тип аталыуына аптырағайным. Уны ҡарағас ҡына нимә тураһында һүҙ барыуын аңлайһың.
Киләһе юлы спектаклде яңы ижад миҙгелендә ҡуйыласаҡ.