“Селтәр” бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде

“Селтәр” бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде

Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Быйылғы йыл башында Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Сәсәндәр үҙәге", Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Сибай "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Селтәр" (һаҡал, алмиҙеү, хәситә, түшелдерек) традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе иғлан ителгәйне. 26 ноябрь көнө, Өфөлә Республика халыҡ ижадының Мәҙәниәт йортонда бәйгенең икенсе этабы, “Башҡорт милли кейем” байрамы булараҡ үтте. Кисәгә милли кейемдә килеү бәйге шарттарының береһе булып тора ине. Ағымдағы йылдың 20 ноябренә тиклем бәйгелә ҡатнашыусылар "Селтәр" бәйгеһенә ҡул эштәрен тәҡдим итте. Бәйгегә Башҡортостандың барлыҡ райондарынан да тиерлек ҡатнашыусылар булыуы кәйефте күтәрҙе генә: Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Туймазы, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары һәм Магнитогорск, Белорет, Өфө, Учалы ҡалалары оҫталарының ҡул эштәре-селтәрҙәре киң яҡлы фантазиялығы һәм үҙенсәлеге менән башҡаларҙан айырылып тора ине.
  
Мәҙәниәт йорт фойеһында селтәрҙәр күргәҙмәһе ойошторолғайны, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме ҡашмау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды, сәхнәнән селтәрҙәр демонстрацияланды. Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри ағзалары: яҙыусы, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, «Урал» галереяһының халыҡ сәнғәте бүлеге етәксеһе Кәримә Кайдалова ҙур оҫталыҡ һәм халыҡсан башҡарылған ҡул эштәрен баһалап, еңеүселәрҙе билдәләп үтте. Бәйгелә ҡатнашыусылар "Ырыу-төбәктең селтәр өлгөһө" (аныҡ тарихи осорҙағы селтәрҙең реставрацияланған варианты), “Традицион селтәр”, "Үҫмер ҡыҙ бала өсөн селтәр", "Йәш-елкенсәк өсөн селтәр","Заманса стилләштерелгән селтәр"номинациялары буйынса лауреат исемдәре менән бүләкләнде, махсус приздар тапшырылды. Гран-при исемен Сибай ҡалаһынан «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы яуланы. Борон һәр төбәктең үҙ түш биҙәүестәре булған. Ҡыҙҙар ҙурая башлағас та түш биҙәүестәре таҡтыра башлағандар, улар күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Ғөмүмән, көмөш биҙәүестәр яман көстәр¬ҙән, ендәр¬ҙән һаҡлай, тип ышанғандар, шуға ла бейә, һыйыр һауырға сыҡҡанда ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ көмөш биҙәүестәрен таҡҡан. Бесәнгә төшкәндә лә тәү буйҙы, тәңкәләрен зыңлатып, көмөш биҙәүес таҡҡан килендәр сабып үткән, һуңынан башҡа бесәнселәр төшкән. Һаҡал – күкрәк биҙәүесе. Уны төрлө таштар, мәрйендәр менән биҙәп яһар булғандар. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим булған. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоғон яҡшырта, йәшел төҫлө таштар тынысландыра. Ай ташы, мәрйен, ҡыҙыл яҡут һөйәк һыҙлауын баҫа, аҙ ҡанлылыҡтан дауалай, тынысландыра, быуын, тамаҡ ауыртыуынан файҙа. Ашҡаҙан сирен һары йәки йәшел таштар дауалай. Шулай уҡ ҡортбаш тигән ҡабырсаҡтар ҙа ҡушып теккәндәр. Ҡортбаш - күҙ тейеүҙән һаҡлай. Сибай "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Ғәйнуллина ҡашмау тегеү серҙәре менән бүлеште, бәйгеселәргә мастер-класс үткәрҙе. Ҡашмау – кейәүҙәге ҡатындарҙың баш кейеме булған. Асылда йәш ҡыҙҙар башына таҡыя кейгәндәр, ә сәстәрен төрлөсә биҙәгән, сулпылар таҡҡан. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә, ынйы менән биҙәп эшләнә күҙ теймәҫ өсөн ҡортбаш тегелә. Борон ҡортбашы,ҡусҡар биҙәге һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә шунан яһағандар. Ҡашмау олоно «тояҡ» менән ослана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап, «тояҡ»- тың да төрҙәре бар — сәсәкле тояҡ, сәйләнле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ…
Бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡыҙҙар баштарына таҡыя, маңлайса, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән. Ҡыҙҙарҙың һәм кейәүҙәге ҡатындарҙың нисә толом үреүе тураһындағы мәғлүмәттәр айырыла: XVIII быуатта И.Г.Георги яҙыуынса, «ҡыҙҙар сикһеҙ һанлы толомдарына таҫма, төрлө зыңғырлаҡтар ҡушып үрә, толомдары балтырҙарына етеп тора… Ҡатындар иһә ике толом үрә». Тимәк, ҡасандыр кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар толомдарын күпләп үргән. XX быуат башында иһә С.И.Руденко былай тип яҙа: «Ҡыҙҙар бер толом үрә, кейәүҙәге ҡатындар – ике, һәм мотлаҡ эре тәңкәле сәсмау таға… Оло йәштәге ҡатындар һәм килендәр толомдарына суҡлы ҡаралыҡ таға, әбейҙәр – ҡара суҡлы, ҡыҙҙар – төрлө төҫтәге…» С.Н.Шитова XX быуат урталарына ҡараған мәғлүмәт бирә: «Йола буйынса ҡыҙҙар сәстәрен икенән үрә, әммә уларҙы бер-береһенә беркетергә тырыша». Киләсәктә лә милли кейемебеҙҙең иҫ киткес байлығын, мәғәнәүи тәрәнлеген һаҡлайыҡ! Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибарҙы нығытайыҡ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ! Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигән халыҡ мәҡәле бар. Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек, зауыҡ менән кейенәйек! Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb