Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта комиссия вәкилдәре әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә иң яҡшы эштәр авторҙарын һайлап алды. Быйыл конкурсҡа 11 кешенән һәм дүрт ижади коллективтан ғаризалар ҡабул ителде. Һәр номинацияла лауреаттар исемдәре бүләкләү тантанаһында билдәле була. Ул Республика көнө алдынан ойошторола. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы ике йылға бер тапшырыла.
Премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы эштәр өсөн тапшырыла. Наградаға айырым шәхестәр, шулай уҡ коллективтар дәғүә итә ала. Конкурс шарттары буйынса, кандидаттар 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Еңеүселәргә 150 мең һум күләмендә премия тапшырыла.
Мәғлүмәт өсөн: Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы 1995 йылда әҙиптең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич исеме менән аталған был премия, дөйөм алғанда, Башҡортостан комсомолының 1967 йылдан 1990 йылғаса тапшырылып килгән Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһын алмаштырҙы.
Премияның төп маҡсаты: Башҡортостан Республикаһының төрлө яҡлы үҫешенә мөһим өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы һәм архитекторҙарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы һәм режиссёрҙарҙы дәртләндереү. 1995 йылда булдырылғандан һуң премия йыл һайын тапшырылып килһә, 2011 йылдан уның лауреаттары ике йылға бер билдәләнә башланы.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бер үк ваҡытта өс өлкәлә - әҙәбиәттә, сәнғәттә һәм архитектурала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн бирелә. Премия ҡағиҙәһенә ярашлы, был күрһәткестәргә түбәндәгеләр инә:
нәфис әҙәбиәт өлкәһендә— барлыҡ төрҙәге һәм жанрҙағы (проза, шиғриәт, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт белеме һәм тәнҡит, әҙәби тәржемә) әҙәби әҫәрҙәр һәм ижад материалдары өсөн;
һынлы сәнғәт өлкәһендә— рәсем һәм һынлы сәнғәт, скульптура, графика һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре өсөн;
театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография өлкәһендә — йәш композитор, режисссёр, дирижёр, балетмейстер, хормейстер, артист һәм рәссамдарҙың, сәхнәселәрҙең музыкаль-драматик постановкаларҙағы, үҙенсәлекле композицияларҙағы, балалар өсөн постановкаларҙағы, эстрада, цирк һәм дөйөм тамашаларҙағы эштәре, шулай уҡ театр, музыка, страда, цирк сәнғәте һәм хореография буйынса тикшеренеүҙәре өсөн;
кинематография өлкәһендә — сценарий авторҙарының, режиссёр, рәссам, оператор һәм артистарҙың нәфис, документаль һәм анимацион фильмдарҙағы эштәре, шулай уҡ кино сәнғәтен өйрәнеп-тикшереү өсөн;
архитектура өлкәһендә— айырыуса һәләтле, яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып тороп, йәмәғәт танылыуы алған һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергән архитектура әҫәрҙәре өсөн.