Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә башланы

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә башланы

 

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә башланы.

Премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы эштәр өсөн тапшырыла. Наградаға айырым шәхестәр, шулай уҡ коллективтар дәғүә итә ала. Конкурс шарттары буйынса, кандидаттар 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Еңеүселәргә 150 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Эштәр 1 июлгә тиклем Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.


Мәғлүмәт өсөн: Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы 1995 йылда әҙиптең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич исеме менән аталған был премия, дөйөм алғанда, Башҡортостан комсомолының 1967 йылдан 1990 йылғаса тапшырылып килгән Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһын алмаштырҙы.

Премияның төп маҡсаты: Башҡортостан Республикаһының төрлө яҡлы үҫешенә мөһим өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы һәм архитекторҙарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы һәм режиссёрҙарҙы дәртләндереү. 1995 йылда булдырылғандан һуң премия йыл һайын тапшырылып килһә, 2011 йылдан уның лауреаттары ике йылға бер билдәләнә башланы.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бер үк ваҡытта өс өлкәлә - әҙәбиәттә, сәнғәттә һәм архитектурала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн бирелә. Премия ҡағиҙәһенә ярашлы, был күрһәткестәргә түбәндәгеләр инә:

нәфис әҙәбиәт өлкәһендә— барлыҡ төрҙәге һәм жанрҙағы (проза, шиғриәт, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт белеме һәм тәнҡит, әҙәби тәржемә) әҙәби әҫәрҙәр һәм ижад материалдары өсөн;

һынлы сәнғәт өлкәһендә— рәсем һәм һынлы сәнғәт, скульптура, графика һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре өсөн;

театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография өлкәһендә — йәш композитор, режисссёр, дирижёр, балетмейстер, хормейстер, артист һәм рәссамдарҙың, сәхнәселәрҙең музыкаль-драматик постановкаларҙағы, үҙенсәлекле композицияларҙағы, балалар өсөн постановкаларҙағы, эстрада, цирк һәм дөйөм тамашаларҙағы эштәре, шулай уҡ театр, музыка, страда, цирк сәнғәте һәм хореография буйынса тикшеренеүҙәре өсөн;

кинематография өлкәһендә — сценарий авторҙарының, режиссёр, рәссам, оператор һәм артистарҙың нәфис, документаль һәм анимацион фильмдарҙағы эштәре, шулай уҡ кино сәнғәтен өйрәнеп-тикшереү өсөн;

архитектура өлкәһендә— айырыуса һәләтле, яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып тороп, йәмәғәт танылыуы алған һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергән архитектура әҫәрҙәре өсөн.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb