Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә “Биғылый” романы буйынса эшләнгән яңы әҫәр сәхнәләштерелде

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә  “Биғылый” романы буйынса эшләнгән яңы әҫәр сәхнәләштерелде

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса эшләнгән яңы сәхнә әҫәре “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй Тыуған ил мәҙәниәте” проекты буйынса ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, проект буйынса башҡорт драма театрында ике йыл дауамында бөтәһе өс спектакль эшләнелде, “Биғылый” – дүртенсеһе.

Ике көн дауамында барған спектакль тамашасының көслө алҡыштары менән оҙатылды. Премьераға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһының республика комитеты рәйесе Александр Кузьменко кеүек юғары вазифалы ҡунаҡтарҙың килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Шулай уҡ, абруйлы ҡунаҡтар булыуы менән бер рәттән театрыбыҙҙың яҡын дуҫтарына әүерелгән “Шоңҡар” журналы редакторы Мөнир Ҡунафинды, З.Биишева исемендәге “Китап” башҡорт нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәт Үтәбайҙы, коллегаларбыҙ - Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһе директоры Айбулат Ҡотошовты, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры директоры Виктория Замесинаны күреүебеҙгә шат булдыҡ. Күрше Ишембайҙан бер төркөм тамашасыны ойоштороп алып килеүсе ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Нәсимә Собханғолова рәхмәтлебеҙ. Баш ҡалабыҙҙың башҡорт театрынан килгән дуҫтарыбыҙҙың, коллегаларыбыҙҙың премьераға килеүе, уларҙың театр сәнғәтенә битараф булмауы һоҡландырҙы. Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Айҙар Зарипов тәжрибә уртаҡлашыуға, бер-береңде ихтирам итеүгә ҡоролған бындай матур йоланы артабан да дауам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.

Саҡырылған ҡунаҡтар һәм ҡәҙерле тамашасылар тарафынан артистарға, бигерәк тә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримоваға, Илфир Баймырҙинға, Марат Зөбәйеровҡа, Рәсил Сынбулатовҡа, Зиләрә Юлтаеваға, Әлиә Зариповаға, Револь Ғималовҡа, Айһылыу Фазыловаға, Нурзидә Сәлимгәрәеваға, әлбиттә, спектаклдең режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа һәм сәхнәгә ҡуйыусы төркөмгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ошондай етди әҫәргә тотоноп, уны тамашасыларҙың йөрәгенә етерлек кимәлдә эшләй алыу – оло талант тип

билдәләнде. Төп ролдәрҙе - йәш Биғылыйҙы уйнаусы Илнур Атйетәров менән Оло Биғылыйҙы уйнаусы Азат Вәлитовҡа иһә романдың авторы Спартак Ильясов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм быйыл оло сәхнәлә тәүге аҙымдарын атлаған йәш актерҙар Фәнил Ҡарасуринға, Ирек Ибраһимовҡа киләсәктә сағыу ролдәр теләне.

Берләшмәнең директоры Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Харис Әбдрәхимов әйтеүенсә, авторҙың үҙе һәм сценарийын яҙыусы Гүзәл Ғәлиеваның премьераға килеүе театр өсөн генә түгел, ә тамашасы өсөн дә оло ваҡиғаға әүерелде. Сөнки был спектакль романдағы булған хәлдәргә таянып эшләнелде, ә яҙыусы әҫәрҙәге ваҡиғалар теҙмәһен тап герой хәтирәләренән яҙып ала.

Спектаклдә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып ҡайтып, үҙ илендә ҡасҡын булып йәшәргә мәжбүр булған Биктимер Биҡҡужа улы Йомағоловтың аяныслы яҙмышы һүрәтләнә. Халыҡ уны “биғылый” тип йөрөтә. Тормошо барлыҡ кешеләрҙеке кеүек башлана Биктимер Йомағоловтың. Һуғыш башланғанға тиклем армияға алына. Өлкән сержант вазифаһында хәрби әҙерлек үтә. Үҙенең өлгөлө командир булыуы, хәрби ҡорал һәм техникаһы яҡшы белеүе менән айырылып тора, иптәштәре һәм юғары командование алдында абруй яулай. Ғағаузия илендә хеҙмәт иткәнендә егет үҙенең мөхәббәтен осрата. Тик был илдең СССР составында булһа ла, рәсмиләштереп өлгөрмәүе сәбәпле, ҡыҙға Биктимер менән китеү ҡәтғи тыйыла. Үкенескә ҡаршы, Гөлзада менән Биктимер мөхәббәтенең тарихы ошонда өҙөлә, улар башҡа осраша алмай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Белоруссия ерҙәрендә, дошман танкыларын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Тик бер алышта хәрби етәкселектең ваҡытында яғыулыҡ менән тәьмин итмәүе сәбәпле, уларҙың танк полкы сигенергә мәжбүр була. Артабан үҙебеҙҙекеләргә ҡыуып етеү теләге менән китеп барған яугирҙар, фашистар яҡлы поляк ҡартына эләгеп, әсирлек ғазаптарын татый. Биктимер Йомағолов та шулар араһында була. Аҙаҡ немец полковнигының ҡыҙын поезд аҫтында ҡалыуҙан ҡотҡарғаны өсөн штрафбатҡа эләгә. Башҡа әсирҙәр менән илебеҙгә ҡаршы һуғышҡа алып барғанда үҙебеҙҙекеләр яғына сығабыҙ тип план ҡороуҙары селпәрәмә килә. Биктимерҙе хыянатсылыҡта ғәйепләйҙәр һәм үҙебеҙҙең илдә тотҡонлаҡҡа эләгә. Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтһә лә, Биктимер азатлыҡҡа ынтыла. Ошо ниәтен тормошҡа ашырып, совет лагерынан ҡасыуға өлгәшә. Тик бер ниндәй документһыҙ кешегә кешеләр араһына урынлашыу мөмкин булмай. Һөҙөмтәлә, ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ҡасҡын тормошона дусар ителә. Яҡынса 1982 – 84-се йылдарҙа һәләк була. Йүрүҙән аша баҫма хеҙмәтен үтәгән ҡарағастың кибеп бөткән ботағына ғына сәнселеп тора. Күпмелер ваҡыт уҙғас, урман ҡарауылсылары табып уны ауылға алып ҡайтып, ергә бирәләр.

Төрлө хәлдәрҙә үҙ-үҙенә тоғро ҡалыу, ниндәй генә һынауҙар кисереүгә ҡарамаҫтан кешелек сифаттарын юғалтмау – башҡорт халҡына хас көслө һыҙаттар. Биктимер ҙә, ниндәй генә ауырлыҡтар үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә, тыуған еренә, ғәзиз еренә тоғро ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb