Телмәр – кешенең мәҙәниәт, аҡыл кимәлен, уның фекерләү ҡеүәһен күрһәтеүсе төп билдәләрҙең береһе. Шуға күрә телмәрҙе үҫтереү үҙ өҫтөндә эшләүселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә һеҙ телмәрегеҙҙең бай, күркәм, төҙөк, аныҡ, ҡыҙыҡлы булыуын теләһәгеҙ, «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Ынйы бөртөктәре» (төҙөүсеһе Факил Мырҙаҡаев) китабы һеҙҙең өсөн.
Башҡорт афоризмдары тупланған был йыйынтыҡ боронғо һәм хәҙерге заман башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәренән, халыҡ йырҙарынан, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, сәсәндәр ижадынан алынған Башҡортостан, башҡорттар, баш ҡалабыҙ Өфө, ил азатлығы, тыныслыҡ, милләт яҙмышы, туған телде һаҡлау, донъя, йәшәйеш, тәбиғәт, ғилем-һөнәр һ.б. тураһындағы афоризмдарҙан, тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙән төҙөлгән.
Төйәгебеҙҙең ғорурлығы – Урал тауы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, ҡурайға ла киң урын бирелде, мөхәббәт, ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ, ғаилә, әҙәп-әхлаҡ темалары ла ситләтеп үтелмәгән. Китапҡа шулай уҡ башҡорттарҙың тормошон өйрәнгән рус һәм сит ил эшмәкәрҙәренең дә фекерҙәре индерелгән.