Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, «Өфөнән һөйөү менән» фильмы ҡаланың барлыҡ кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк.
«Еңмеш” фильмы менән киң танылыу алған йәш режиссер Айнур Асҡаров лирик комедияға осраҡлы тотонмаған.
Ауыл йәштәре тормошон һәм психологияһын яҡшы белеүсе кино оҫтаһы был юлы тамашасыға тулы метражлы лирик комедия тәҡдим итә. «Өфөнән һөйөү менән» фильмы Башҡортостан башлығы гранты емеше. Бөтә Рәсәй прокатҡа сығыусы беренсе фильм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән.
Дәртле, һәләтле актерҙар заман йәштәрен уйнай. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе төп герой Уралды төрлө мажаралар көтә. Егеттең һөйгән ҡыҙы вәғәҙәһендә тормай, ҡала егетенә әүрәп ҡуя. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөктө лә һатып ебәрә. Ғаилә ҡомартҡыһын эҙләүсе Урал төрлө мажараларға тарый.
Лирик кинокомедияның бюджеты 4 миллион ярым. Шуға ҡарамаҫтан биҙәлеш, кейемдәр, грим һәм мезанценалар 45 миллионлыҡ фильмдарҙан һис ҡалышмай, ти ижади төркөм.
Йәш башҡорт кинорежиссерҙарына прокатта төплө урын алыу өсөн Голливуд фильмдары менән ярышырға тура киләсәк. Өфөнән тыш, кинотаҫма Салауат ҡалаһында Мәскәүҙә йәшәүсе сценарист Айҙар Аҡманов менән берлектәге эш тамашасы күңелен арбар, тип өмөтләнә Айнур Асҡаров.
Рәсәй күләмендә киң прокатҡа сығарыр алдынан лирик комедия мәҙәниәт министрлығының махсус комиссияһына күрһәтеләсәк. Заман йәштәре тормошон, уй-хыялдарын, мажараларын һәм үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуын һүрәтләүсе башҡорт фильмы үҙ тамашасыһын табыр, күптәр геройҙар араһында үҙҙәрен дә таныр, тип ышана фильм авторҙары.
Режиссер Айнур Асҡаров фильмды прокат өсөн генә төшөргән. Әммә триллерҙы ҡарағандан һуң «Өфөнән мөхәббәт менән» фильмын халыҡ-ара конкурста ҡатнашырға саҡырғандар. Ул 13 апрелдә ҡаланың барлыҡ кинотеатрҙарында тамашасы хөкөмөнә сығарыла.