Рус, башҡорт, татар йәки сыуаш телдәрендә яҙышҡан иң яҡшы үҙешмәкәр шағирҙар Бәләбәй ҡалаһында үтәсәк “Илһам шишмәләре-2017” гә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә бәйгеселәрҙән шиғриәт фестиваленә килгән эштәрҙе ҡарау тамамланды.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, бәйге еңеүселәре 14 апрелдә билдәле буласаҡ, шиғри конкурста барлығы 177 шағир ҡатнашҡан. Уларҙың 57- һе - рус , 50 -һе - башҡорт, 45-е татар һәм 25 сыуаш телендә яҙыша. Йәш айырмаларына килгәндә, иң йәш шағирға- 12, иң өлкәненән 95 йәш.
Жюри конкурс эштәрен ҡарап һәм дәғүәселәрҙән ете лауреат һәм дипломант билдәләйәсәк. Эштәр түбәндәге номинациялар буйынса баһаланасаҡ: «Шағир һәм ваҡыт»; «Иртәгәбеҙҙе һаҡларбыҙ» (Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылы уңайынан); «Фестивалде асыу»; «Ал елкәндәр» (йәштәр шиғриәте); «Мөхәббәт ул — шундай изге хис » (һөйөү лирикаһы); «Шиғырҙар йондоҙҙар һәм раузалар кеүек үҫә...» (Марина Цветаеваның 125 йыллығына); «Балалар өсөн яҙам»; «Яратырға, өмөтләнергә һәм йәшәргә» (мөмкинлектәре сикле авторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡандар өсөн махсус номинация); «Ул көндәрҙең даны тынмаҫ!» (Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең батырлығын данлаған авторҙар өсөн махсус номинация); «Тиҙ үҫешеүсе биләмә — уңыш биләмәһе!» (Рәсәй моноҡалаларынан хеҙмәт кешеһен һәм тыуған төйәген данлаған шағирҙар өсөн махсус номинация).
Шулай уҡ еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк.
Гүзәл Багаева