Өфө ҡыҙы – йәш ҡурайсы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде

Өфө ҡыҙы – йәш ҡурайсы Земфира Рәшитова «Таврида» форумында 650 мең һумлыҡ сертификат еңде

Өфө ҡыҙы – йәш ҡурайсы Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты. «Таврида» Бөтә Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт йәштәр форумында Ул тәҡдим иткән «Miss International» этник матурлыҡ һәм талант фестивале проекты конкурста иң уңышлыһы тип табылған. Сараны тормошҡа ашырыу өсөн ҡыҙға грант (650 мең һумлыҡ сертификат) тапшырылған.

«Башҡортостанда сит илдән килеп белем алған студенттар күп. Был ижади ярышта төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала», - ти Земфира.

Әйткәндәй, Земфира Рәшитова Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай бүлеген тамамлаған, һәм ул һайлаған һөнәре буйынса эшләргә ниәтләй.

Сығанаҡ: Уфимка Земфира Рашитова выиграла грантовый конкурс форума "Таврида 5.0"

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb