«Урал батыр» эпосы – донъя әһәмиәтендәге күренеш. Был шедеврҙы 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алмаған булһа, бөгөн башҡорт халҡы үҙ туған телендәге ниндәй бөйөк һәйкәлдән мәхрүм булыр ине.
Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы – һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөһө ул- “Урал батыр” эпосы! Үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса был эпос айырым урын биләп тора. “Урал батыр” – халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе үҙ эсенә һыйҙырған ҡомартҡы.
“Урал батыр” халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулай бара. Израилдә башҡорт халҡының үлемһеҙ эпосы йәһүд телендә нәшер ителде. Тәржемә һәм китапты сығарыу менән Иерусалим ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Рауил Садыҡов күп көс һалған. 4 йыл буйы халҡыбыҙҙың мираҫын йәһүд телендә ташҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалған кеше ул. Китаптар кибет кәштәләрендә күренә башлаған. “Халҡым өсөн файҙалы бер эш башҡарыуҙы үҙемдең бурысым тип һананым”, - тигән тәржемәсе. Рауил Садыҡов Өфөлә тыуып үҫкән, 20-се мәктәпте тамамлаған, хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. 1992 йылдан ғаиләһе менән Израилдә йәшәй, урындағы төрки халыҡтар берекмәһе менән етәкселек итә. Уның сираттағы маҡсаты- башҡорт халыҡ әкиәттәрен ивритҡа тәржемә итеү.
Киләсәк тә башҡорт халҡының “Урал батыр”эпосы донъя классик әҫәрҙәр мираҫ исемлеген тулыландырыр!