Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтовтың тыуыуына 83 йыл. Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов 1934 йылдың 25 ғинуарында Ғафури районының Үтәк ауылында тыуған. 1954 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театры хорында йырлай. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. 1960 йылда уҡыу йортон тамамлалағас, 1963 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында солист була. 1958—1963 йылдарҙа һәм 1976 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. 1970 йылда Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогик институтын уңышлы тамамлай.
1998—2007 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
Йырсы «Аслаев», «Азамат», «Аҡһаҡ ҡола», «Ғайса ахун», «Ҡаһым түрә», «Ҡуңыр буға», «Мәҙинәкәй», Сәлимәкәй", «Уйыл» башҡорт халыҡ йырҙарын бигерәк тә яратып башҡара.
Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙарҙың күп кенә йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусыһы ла Зәки Мәхмүтов.
Киң диапозондағы көслө, моңло тауышы опера һәм балет театры сәхнәһенән бик тә үҙенсәлекле яңғырай.
Ҡолой Балтасов, Сураман, Юлай Аҙналин («Салауат Юлаев»), Ямай («Ағиҙел тулкындары»), Мулла («Ҡоҙаса»), Аяҙгөл («Шәүрә»; барыһы ла — З. Исмәғилев), Ныязғол («Дауыл»), Скула (А. П. Бородиндың "Кенәз Игорь"ы), Малюта Скуратов (И. А. Римский-Корсаковтың "Царская невеста "һында) һәм башҡа геройҙарҙың сағыу образдарын тыуҙыра.
Зәки Мәхмүтов башҡарыуындағы "Уйыл", "Абдрахман", "Сәлимәкәй" башҡорт халыҡ йырҙары әле лә халыҡ күңелендә. Ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә, сихри тауышлы мәшһүр йырсы Зәки Мәхмүтов сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Уның йырҙары бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй.
Гүзәл Багаева