Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы  Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, уҡыусылары иғтибарына, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы “Мәңгегә халыҡ күңелендә” китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Мәғлүмәт өсөн: Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғинуарында Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында донъяға килә.
Ырымбур педагогик техникумын тамамлай. 1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Өфөлә квалификацияны күтәреү курстарын тамамлағас, “Пионер” журналына редактор булып килә.
“Партизан малай” исемле тәүге китабы 1942 йылда донъя күрә. Зәйнәб Биишева 1946 й. алып СССР Яҙыусылары Союзы ағзаһы, 1951 йылдан – профессиональ яҙыусы, ә 1990 йылда уға “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелә. 60 ашыу китабы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә төрлө телдәргә тәржемә ителә.
Әҙибә төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Балалар һәм үҫмерҙәр “Дуҫлыҡ” һәм “Дуҫ булайыҡ” әҫәрҙәрен яратып уҡыһа, өлкәнерәктәр “Гөлъямал” повесына, “Салауаттың һуңғы монологы” (1984) әҫәренә өҫтөнлөк бирә. “Тылсымлы ҡурай” (1957), “Серле йөҙөк” (1959), “Гөлбәҙәр” (1961), “Зөлхизә” (1981) драматик пьесалары Башҡортостан сәхнәләрендә генә түгел, ә уның сиктәрендә лә ҡуйыла.
Зәйнәб Биишева, шулай уҡ, проза жанрында ла оҫта ижад итә. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” (1962), “Уйҙар, уйҙар...” (1963), “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1964) әҫәрҙәрендә шәхестең һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбет хаҡында философик проблемалар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сағыу образдары ярылып ята. Яҙыусының иң ҙур ижады – “Яҡтыға” трилогияһы. Ул “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарынан тора.
Зәйнәб Биишева – Башҡортостан республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы, “Почет билдәһе” ордены менән өс тапҡыр бүләкләнгән, Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1968).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb