Күптән түгел, 29 март көнө, Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” тип исемләнгән республика социаль-практик фестивале үтте.
Фестивалдең төп маҡсаты – яңы технологиялар аша инвалидтарҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ эш итеүҙе үҫтереүҙә күп көс һалған китапханалар эшмәкәрлеге тураһында фекер алышыу.
Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашты, барыһына ла сертификаттар тапшырылды.
Шулай уҡ сара барышында яҙыусы Марсель Сәлимов “Алтын тауыштар” серияһынан китап уҡыны.