Рәсәйҙең мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға – «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проект көтөлә. Ул 12 марттан 2 апрелгә тиклем өс ҡалала – Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда уҙа. Проект бөтә донъяға билдәле легендар артист һәм хореограф Рудольф Нуриевҡа 85 йәш тулыуға арналған.
Быйыл «Нуриев миҙгелдәре» Мәскәүҙә 14 мартта Геликон-операла Италия кинорежиссеры Марио Ланфранки төшөргән «Венеция, Карнавал, Мөхәббәт» фильмы һәм Аричи Грацианоның ошо уҡ исемдәге фотокүргәҙмәһе менән асыла. Фильм оҙаҡ йылдар юғалған тип иҫәпләнә һәм Нуриевтың фильмографияһына индерелмәгән була. «Нуриев миҙгелдәре»н ойоштороусылар фильмды тапҡан, реставрациялаған һәм рус теленә тәржемә иткән.
17 мартта, мәшһүр бейеүсенең тыуған көнөндә, Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Нуриев миҙгелдәре»нең төбәк этабын асыу тантанаһы була, кино күрһәтеү 18-21 мартта «Родина» кинотеатрында дауам итә.
23 марттан 27-һенә ҡәҙәр проект Ҡазанда уҙа.
Фильмдар күрһәтеүҙән тыш, ҡалаларҙың өсөһөндә лә «Рудольф Нуриев. Ҡайтыу» фотоэкспозицияһы ҡуйыласаҡ, артисты яҡшы белгән Рәсәй сәнғәт эшмәкәрҙәре, уның коллегалары һәм дуҫтары менән осрашыуҙар, хореография училищелары уҡыусылары һәм йәш балет артистары өсөн Нуриевтың оҫталыҡ дәрестәре, уның тураһында китаптарҙың исем туйы кеүек фәһемле саралар уҙасаҡ.
«Проекттың йәштәр өсөн ҙур ағартыу һәм тәрбиәүи роль уйнай. Донъялағы беренсе бейеү поп-иконаһы Нуриевтың үҙенсәлекле образы әлеге көндә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уның ижадын популярлаштырыу бөгөнгө йәштәрҙең классик сәнғәткә ҡарата иғтибарын көсәйтергә ярҙам итә», - тип билдәләй проекттың ойоштороусыһы, «Свой почерк» компанияһы етәксеһе Әлфиә Чеботарева.
«Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проекты беренсе тапҡыр 2018 йылда – Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулған йылда һәм Рус балеты йылында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙҙы. Былтыр, артистың 85 йыллығы алдынан, проект тәүге тапҡыр Рәсәй төбәктәрендә үткрелде. Өс ҡаланың һәр береһе Нуриевтың биографияһы менән туранан-тура бәйле: һуғышҡа тиклемге йылдарҙа кескәй Руди ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй һәм һуңынан Ҙур театрҙа конкурста тәүге еңеүен яулай; уның бала сағы, үҫмер йылдары Өфөлә үтә, һәм тап Өфөлә ул балет артисы булып китә; Ҡазан менән уны 1992 йылда Татар дәүләт опера театры һәм менән дирижер булараҡ хеҙмәттәшлек итеүе бәйләй, шулай уҡ әсәһенең Татарстандан булыуы билдәле.
Өс ҡалала ла проект саралары бушлай уҙа, кинолар ҙа бушлай күрһәтелә.
17 мартта сәғәт 3-тә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/1) проекттың Башҡортостандағы этабын тантаналы асыу сараһы уҙа.
Өфөлә фильмдар «Родина» кинотеатрында (Ленин урамы, 42) 18-21 мартта көндөҙгә сәғәт 2-лә һәм киске 7-се яртыла күрһәтеләсәк.
Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында, Асҡар Абдразаҡовтың Мәҙәниәт, сәнғәт һәм кино фонды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, «ТАТАРКИНО», Мәскәү ҡалаһының Социаль үҫеш департаменты, Дмитрий Бертман етәкселегендәге «Геликон-опера» Мәскәү музыка театры, «Родина» кинотеатры һәм башҡа партнерҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла.