7 – 9 февралдә республиканың баш ҡалаһында «Ел моңо» музыка һәм бейеү фестивале уҙа. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев «Рәсәй» медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында күләмле сараның программаһы менән таныштырҙы.
– Әгәр һеҙҙең байрамда ҡурай, балалайка, думбыра, жалейка кеүек халыҡ фольклорын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән уйын ҡоралдары яңғыраһа, тимәк, был үҙенсәлекле байрам. Шуға ла фестиваль барышында музыкала үҙҙәре өсөн тәрән мәғәнә тапҡан башҡарыусыларҙы йыйырға теләйбеҙ, – тине Роберт Юлдашев.
Йәнле музыка һөйөүселәр өс көн дауамында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмөнөң концертын тыңлай (7 февраль), бейеү шоуын ҡарай (8 февралдә) һәм саҡырылған сәхнә “йондоҙ”ҙары менән этно-музыка фестиваленең шаһиты була ала (9 февралдә). Концерттар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
– Һуңғы көндә «Ел музыкаһы» программаһын тәҡдим итәбеҙ. Уның менән беренсе турға 2013 йылда барҙыҡ. Шулай уҡ үҙем үҫкән бейеү классикаһы тәҡдим ителәсәк. Улар – «Ете ҡыҙ» бейеү-легендаһы, «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм «Хан ҡыҙы» бейеүҙәре. Этно-һуҡма шоу ҙа тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ, – тине Роберт Юлдашев.
– Ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ, ғаризаларҙы һөнәри әҙерлек кимәленә лә ҡарамай ҡабул иттек. Беҙ бейеү, музыка яратҡан таланттарҙы эҙләйбеҙ. Ғаризалар ҙа төрлө ине, күбеһенсә Башҡортостандың төрлө райондарынан килде. Фестиваль үҙенсәлектәренең береһе – бейеүселәр мотлаҡ үҙҙәренең бейеү композицияларын йәнле инструменталь музыкаға башҡарырға тейеш, – тип асыҡлыҡ индерҙе фестивалде ойоштороусы, концерт директоры Регина Әғилева.
Роберт Юлдашев шулай уҡ «Ел моңо» фестиваленең аң-белем таратыу ролен башҡарыуын, этномузыканы танытыуын билдәләне.