Өфөлә мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған тамаша уҙасаҡ

Өфөлә мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған  тамаша уҙасаҡ

26 декабрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған тамаша уҙа. Кисәлә филармонияның солистары һәм ижади коллективтары, билдәле шәхестәр ҡатнаша.

Быйыл Башҡортостанда билдәле мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуын билдәләйҙәр. 

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ижадында һәм тормошонда, уның күп ҡырлы фәнни-художестволы, публицистик һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегендә башҡорт интеллигенцияһының иң сағыу яҡтары, башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи-милли үҙенсәлектәре сағыла. 

Тамаша 19.00 сәғәттә башлана.

Инеу ирекле.

Белешмә өсөн: 

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгуcында Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында тыуған. Өмөтбаевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.

Уның атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаев (1803—1861) башҡорт йәмғиәтенең юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле — башҡорт кантоны башлығы булған, күп йыллыҡ хәрби хеҙмәте өсөн 3‑сө дəрəжə Изге Станислав ордены, 1853—1856 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн Изге Владимир көмөш ордены һәм башҡа орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тарихсы Ә. Н. Усманов буйынса, Ишмөхәмәт Өмөтбаев Севастополь оборонаһында ла ҡатнаша. Ул төрки, урыҫ һәм ғәрәп телдәрен белгән. Мөхәмәтсәлимдең әсәһе Бәлхизә Балапан ҡыҙы шулай уҡ уҡымышлы, шиғри күңелле ҡатын була. Уларҙың ғаиләһендә ете бала яҡшы тәрбиә алып үҫә.

Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала. Уны тамамлағас, 1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Неплюев кадет корпусында уҡый. Бында ул география, тарих, архитектура, каллиграфия  һәм хәрби фәндәрҙе өйрәнә. Төрки теленән тыш урыҫ, фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә, француз теле менән мауыға. Корпуста көнсығыш телдәренән өлкән уҡытыусы булып эшләгән мәғрифәтсе-ғалим Мирсалих Биксуриндың буласаҡ әҙип һәм ғилем эйәһенә йоғонтоһо ҙур була. 1878 йылдың февралендә М. И. Өмөтбаев, уға арнап, «Остазым Мирсалих Биксуринға» тигән шиғыр яҙа, уны Ырымбур йортоноң ғилем баҡсаһындағы бер ҙур ғалим («сәрри әфраз») тип атай. Фарсы теленән танылған тел белгесе Сәлихйән Күкләшев уҡыта. Билдәле төркиәтсе Мартемьян Иванов Өмөтбаевҡа үҙенең китапханаһы менән ҡулланырға рөхсәт бирә.

Һигеҙ йыл дауамында Неплюев кадет корпусында уҡығандан һуң, 1860 йылдың авгусында атаһы, ауырып киткәс, Мөхәммәтсәлимде тыуған ауылына ҡайтара. Бында ул 25‑се башҡорт кантоны идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Башҡортостандағы кантон идараһы  бөтөрөлә башлаған осорҙа, Өмөтбаев 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусы мировой аралашсы писары итеп тәғәйенләнә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылына күсә. 1865 йылда ул Бибиғәбиҙә Мирғәләүетдин ҡыҙы Рәжәпова менән никахлаша.

1869 йылда шул уҡ улустың старшинаһы итеп һайланып, ун йыл буйы ошо тынғыһыҙ вазифаны атҡара, халыҡтың хәлен яҡшыртыр өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтә, колониаль сәйәсәттең бер өлөшө булараҡ нәҡ ошо ваҡытта айырыуса киң ҡолас алған башҡорт ерҙәрен һатыуға ҡулынан килгәнсә ҡаршылыҡ күрһәтә. Артабан был тема уның поэтик ижадында ла сағылыш таба.

1886 йылда Өфөнөң 300 йыллығы, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының ағзаһы була.

1887—1889 йылдарҙа бəхəсле ваҡыф эштəре буйынса Эске эштəр министрлығы комиссияһына эшкә саҡырылып, бер аҙ ваҡыт Санкт-Петербургта, аҙаҡ Ҡырымда йәшәп, оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайта. Уға үҙ заманы өсөн мәртәбәле һаналған коллегия теркәүсеһе (1884), губерна сәркәтибе (1885), коллегия сәркәтибе (1889), титуллы кәңәшсе (1892) һымаҡ исемдәр бирелә. Өфө өйəҙе земство йыйылышының гласныйы итеп тәғәйенләнә һәм бында өйәҙ мосолмандарының берҙән-бер вәкиле булып тора.

Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1899 йылдың 21 авгусында барлығы 59 һум 40 тинлек пенсия менән отставкаға сыға. Өлкән йәштәге әҙип ғилми-ижади эшмәкәрлеген ауыр шарттарҙа дауам итә. Пенсияһын арттырыуҙы һорап, власть органдарына хаттар яҙып ҡараһа ла, үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй. 1904 йылдың 14 декабрендә, ниһайәт, батша ғали йәнәптәренең үҙенә хат менән мөрәжәғәт итә. Унда ошондай юлдар бар: «Отставкаға сыҡҡандан бирле мин йәшәү сығанағын үҙемдең тәржемәләремде, проза һәм шиғри әҫәрҙәремде баҫтырыу юлы менән табам. А. С. Пушкин әйткәнсә, мин ҡышын утынһыҙ, йәйен еңел арбаһыҙ шағир булып йәшәйем». Әммә бынан һуң да әҙиптең матди хәле һис бер үҙгәрешһеҙ ҡала.

1903 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Мәккәгә хаж ҡыла.

Талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә — хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән.

Əҫəрҙəре Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғилми архивында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала һаҡлана.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb