Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә Башҡортостан йөмһүриәте, башҡорт халҡының ирке өсөн йәнен фиҙа ҡылған шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Киң йәмәғәтселек теләгәнсә ул тулы кәүҙәлә ҡойолған мөһабәт һәйкәл була. 
Был турала бөгөн "Торатау" конгресс-холында барған халыҡ-ара форум барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, һәйкәл V Бөтә донъя башҡорттары съезы алдынан "Башҡортостан" концерт залы алдында урын аласаҡ. 

Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев - күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте  ағзаһы.

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.

Шәйехзада Бабич 1911—1916 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә.

1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, артабан бер йыл дауамында Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет янындағы мәҙрәсәлә уҡытыу эше менән шөғөлләнә, «Аҡмулла» журналын сығарыуҙа ҡатнаша.Һуңынан Ырымбур ҡалаһында «Ҡармаҡ» сатирик журналында эшләй.

1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына делегат була. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә үҙған Икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза итеп һайлана, һәм шураның секретары булараҡ мөһим фармандарҙы, шул иҫәптән Башҡортостан милли-территориаль автономияһын ойоштороу тураһындағы 2-се һанлы фарманды, төҙөүҙә ҡатнаша.

III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора.

1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух менән һуғарылған. 1919 йылда донъя күргән «Башҡорт халҡына көйлө хитап» шиғыры Башҡорт милли хәрәкәтенең асылын аңлата.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb