Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан “Һоҡландым мин был донъяға...” тип исемләнгән концерт уҙғарыла

Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан “Һоҡландым мин был донъяға...” тип исемләнгән концерт уҙғарыла

30 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Һоҡландым мин был донъяға...” тип исемләнгән концерт уҙғарыла. Сара бөйөк милләттәшебеҙ Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан уҙғарыла.
Концертта шәхестең улдары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Иҙрис Ғәзиев, Әлфиә Юлсурина, Дилара Иҙрисова, Рәфис Ишбаев, Айгиз Ғиззәтуллин һәм башҡа йырсылар, “Мираҫ”, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, билдәле оркестрҙар ҡатнаша. Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.

Мәғлүмәт: Әмир Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районының Ҡайыпҡол ауылында тыуған. Моңға һөйөү уның менән ғүмер буйы бергә бара. Уның атаһы Ғәбделмән ағай – фронтовик, колхоз һәм ауыл советы рәйесе – башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы. Мәктәптә уҡыған сағында Әмир бик күп музыка ҡоралдарында үҙаллы уйнарға өйрәнә, айырыуса уға мандолина оҡшай. Моңға һөйөүҙе Әмир Ғәбделмән улының балалары – Асҡар һәм Илдарҙа ҙа үҙ итә, улар күренекле опера йырсылары.

1959 йылда Пыжков и Бибиков курстары буйынса Мәскәүҙәге А.В.Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай. 1959-1962 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Сағыу шәхес һәм тәбиғәттән актерлыҡ талантына эйә булыусы Әмир Ғәбделмән улы классик спектаклдәрҙә иҫ киткес сәхнә образдары тыуҙыра. Алексей Арбузовтың «Сәйәхәт йылдары» пьесаһында Ведерников роле тәүге образы. Ул Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» пьесаһында Тимербулатты, Джемалдың «Ҡара сәскәләр» драмаһында Надирҙы, Назар Нәжмиҙең «Егет егетлеген итә» пьесаһында Хаернасты һәм башҡа ролдәрҙе иҫ киткес уйнай.

1962 йылда Әмир Абдразаҡов Башҡортостан АССР-ның Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитетына режиссерлыҡ эшенә күсә. Абдразаҡов Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән 50-нән ашыу фильмды эшләй. Улар араһында – Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса беренсе күп сериялы фильмдар.

1991 йылдан алып «Башҡортостан» киностудияһының беренсе директоры булып эшләп, Әмир Ғәбделмән улы республикала кино сәнғәтен булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ул «Әхмәтзәки Вәлиди Туған», «Аҡмулла», «Халҡым һағышы», «Башҡорт туйы», «Ишмулла», «Күңелем ҡанаттары», «Заһир Исмәғилов» һәм тыуған төйәгенең күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған бик күп башҡа документаль һәм нәфис фильмдар төшөрә. 2008 йылдың 22 февралендә премьераһы үткән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тураһында «Беҙҙең Зәйнәб» документаль таҫмаһы уның тамамланған һуңғы ижад эше була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡала, ул уны үҙенең ижади биографияһында иң мөһим тип иҫәпләй. Фильм нигеҙендә улдары – донъя кимәлендә танылыу яулаған опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, тураһында тарих булырға тейеш ине.

Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Әмир Ғәбделмән улына «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почетлы исеме бирелә. Уның милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормошо һәм батырлығы тураһында «Һынмаған рух» тарихи-биографик киноочергы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһалана. Әмир Абдразаҡов Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе, «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы идаралығы ағзаһы итеп һайлана. 1994 йылдан алып Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

Әмир Абдразаҡов ауыр һәм оҙаҡ ауырығандан һуң 2008 йылдың 6 мартында 75-се йәшендә вафат була, Өфөлә ерләнә. 2009 йылдың 15 декабрендә Әмир Ғәбделмән улы йәшәгән, Өфөнөң Ғафури урамы, 6 адресы буйынса таҡтаташ асыла. Уға үлгәндән һуң, 2010 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премия бирелә. 2013 йылда «Китап» нәшриәтендә ошо күренекле мәҙәниәт эшмәкәренең тормошо һәм ижады тураһында «Дала бөркөтө» исемле китап сыға.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb