ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.
Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. М. Аҡмулла үҙенең мәғрифәтселек ҡараштарын, кешенең әхлаҡ-этик сифаттарын образлы итеп асыу өсөн ҡобайыр стилен файҙалана. Уның «Аттың ниһен маҡтайһың?..», «Бәхет» ҡобайырҙарында тәрән мәғәнәле философик фекер ята. Шиғри ҡобайырҙың һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы Аҡмулла шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтә, шағирҙың ысынбарлыҡты тойомлау ҡеүәһенең, уның гражданлыҡ пафосы, халыҡтың тормош фәлсәфәһе менән ни тиклем ауаздаш булыуын раҫлауы дәлил.