Гареев Радик

Гареев Радик

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Арыҫлан улы Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Яңауыл районында тыуған. 
Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар, урыҫ телендә популяр совет йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы — ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (әйткәндәй, «Урал»ды башҡарғанда ул ошо алымды файҙалана). Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына (бөгөнгө сәнғәт академияһы) уҡырға инә. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курс студенты сағында уҡ уны опера театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй. 
Уның опера репертуарында Онегин (Чайковский — «Евгений Онегин»), Жермон (Верди — «Травиата»), Фигаро (Россини — «Севильский цирюльник»), Аҡсәсән ( Заһир Исмәғилев — «Урал илселәре»), Моралес ( Бизе — «Кармен») партиялары яңғырай. 
Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торған. 
1990—1994 йылдарҙа Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуреев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә. 
Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.
1996 йылдың 29 октябрендә, 41-се йәшендә генә вафат була.
Шағир Роберт Паль үҙенең «Уралым» шиғырын Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә бағышлап яҙған. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb