Абдразаҡов Асҡар

Абдразаҡов Асҡар

Абдразаҡов Асҡар Әмир улы — Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при яулаған йырсы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә киң билдәле.

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов Өфө ҡалаһында 1969 йылда тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер академия) профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты.

Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм Өмөт призы), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при яулаған йырсы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә киң билдәле.

Хәҙер йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж. Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж. Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж. Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П. И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb