Мортазина Миләүшә

Мортазина Миләүшә

Миләүшә Мортазина — ул бөтә республиканың профессиональ йырсы мәктәбенең академик маркаһы. Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Владимир Белов, Вячеслав Храмов, Вәхит Хызыров, Хәмит Ижболдин, Рәил Кучуков — был Миләүшә Ғәли ҡыҙы төрлө йылдарҙа сығарған арҙаҡлы уҡыусылар төркөмөнән билдәле йырсыларҙың ҡыҫҡаса ғына исемлеге. Төрлө опера театрҙары сәхнәләрендә танылып өлгөргән «мортазинсылар» әле булһа үҙ педагогтарын онотмай. Өфөгә килгән һайын уны күреп, һөйләшеп, консультациялар алып китә.
Ә педагогик эшмәкәрлеген Миләүшә Ғәли ҡыҙы 1954 йылда Өфө сәнғәт училищеһында башлай. Һуңынан 1969 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге академия) эшләй, 1980 йылда — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — доцент, 1990 йылдан — профессор. Ул әле лә академияның яңғыҙ башҡарыу кафедраһында эшләүен дауам итә. 42 йыл эшләү дәүерендә Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙен педагогик оҫталығын даими камиллаштырыусы һәләтле педагог итеп кенә түгел, ә аҡыллы кәңәшсе-тәрбиәсе, вокал методикаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә әүҙем ғилми хеҙмәткәр итеп тә танытты. Ул вокал педагогикаһы мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу ғилми-методик эштәр авторы. Ә ул етәкләгән яңғыҙ йыр һәм опера әҙерлеге кафедраһы илдә төп вокал кафедраларының береһе булып тора.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Башҡортостанда һәм унан ситтә концерт-башҡарыу һәм уҡытыу эшмәкәрлеге менән уңышлы шөғөлләнеүсе 30-ҙан артыҡ уҡыусы сығарҙы. Күптәре халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары һәм дипломанттары исеменә, Рәсәй һәм Башҡортостандың почетлы исемдәренә, дәүләт премияларына лайыҡ булды. Уның уҡыусылары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика вокалистар конкурстарында 52 лауреат урыны яуланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb