Исмагилов Загир

Исмагилов Загир

Заһир Исмәғилев – СССР-ҙың халыҡ артисы, М.И. Глинки исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты.
Заһир Ғариф улы Исмәғилев 1916 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында тыуған. 1936 йылда Башҡорт драма театры эргәһендәге студияны тамамлай, Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт милли студияһында уҡыуын дауам итә.
Бөтә ғүмерен Исмәғилев Башҡортостанда музыка ижадын һәм белемен үҫтереүгә арнай. Ижад һәм ағартыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ул 1963 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була, ә 1982 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы итеп таныла. Ул шулай уҡ Ленин ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Халыҡтар дуҫлығы (1977), “Почет Билдәһе” (1949) ордендары һәм миҙалдар менән наградланған.
Композитор «Салауат Юлаев» (1955), «Шәүрә» (1963), «Гөлзифа» (1967), «Ағиҙел тулҡындары» (1972), «Урал илселәре» (1982), «Аҡмулла» (1988) операларын, «Ҡоҙаса» (1959), «Алмаҡай» (1990) оперетталарын яҙған; ул шулай уҡ бик күп кантата әҫәрҙәре, романстар, йырҙар, симфоник һәм камера-инструменталь әҫәрҙәре, драма спектаклдәренә көйҙәр авторы.
Сермән ауылында З.Ғ. Исмәғилевтың Йорт-музейы эшләй. Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уның исеме бирелгән. Компакт-дискыла уның әҫәрҙәре йыйынтығы сығарылған. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb